Новые поступления

https://www.traditionrolex.com/46
2021 ел



Галиев, Айрат Әлфир улы

Язмышымның язгы бөресе: шигырьләр / Айрат Галиев. - Уфа: Китап, 2021. – 54 б.: рәс., төслө портр. - (Яшьләр тавышы).

Текст на тат. яз.-Содерж.: Башкортстаным; Ветеран; Бәхетле булсын сабый!; Ромашкалар; Соңгы кыңгырау и др.

ISBN 978-5-295-07585-8

Айраттың шиғырҙарында йәшлек дәрте, мөхәббәт, тыуған ергә һөйөү кеүек хистәр урғылып тора. Уҡыуға еңел төрлө тематикалы шиғырҙары тиҙ арала үҙ уҡыусыларын табыр тигән ышаныстабыҙ. 

Ибраһим, Асия

Йөгерә чая мизгелләр: шигырьләр /Асия Ибраһим. Базы кызы: шигырьләр /Светлана Васикова. - Уфа: Китап, 2021.- 301, [3] б.: рәс., портр.

Текст на тат. яз. - Содерж.: Куласа; Үкенү; Тукайга; Кадер киче; Йолдыз бураны и др. стихи

ISBN 978-5-295-07576-6

Был йыйынтыҡ тыуған еренә, иленә, халҡына юғары мөнәсәбәтле ике авторҙың ижад емештәрен берләштерә. Асия Яппарованың шиғриәте халыҡсанлығы, фәлсәфи булыуы менән айырылып тора. Светлана Васикованың ижадында ҡатлаулы метафоралар ҙа шаҡ ҡатырғыс һүрәтләүҙәр ҙә юҡ. Киң күңеллелек хас уға, ихтирамға лайыҡ кешеләрҙе яратыу һиҙелә. 

Мирһади, Гөл

Төш: роман, хикәяләр / Гөл Мирһади. - Уфа: Китап, 2021. - 304 б.: рәс., портр.

На тат. яз. - Содерж.: Куян күчтәнәче:роман; Төш; Мөхәббәт: хикәяләр

ISBN 978-5-295-07555-1

Шәхес һәм йәмғиәт араһындағы ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттәр проблемаһына мөрәжәғәт итеү – авторҙың ижадында төп йүнәлештәрҙең береһе. Әҫәр геройҙары ҡатмарлы ситуацияла һыналалар, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү теләге менән яналар, үҙҙәренең ихтыяр көсөнә, таланттарына таянып тормошта юлдарын табалар. Геройҙарҙың тәрән психологик кисерештәре, хис-тойғолары, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланыуҙары бөгөнгө заман кешеһенә яҡшы таныш һәм яҡын. Ябай, халыҡсан, ҡайбер урындарында сатирик тел менән яҙылған әҫәрҙәр уҡыусы күңеленә хуш килер.

Хәкимҗан, Радик Закиржан улы

Тауларга үрләгәндә: шигырьләр, җырлар / Радик Хәкимҗан.-Уфа: Китап, 2021. - 416 б.: портр., рәс.

На тат. яз. - Содерж.: Башкортстан; Салаватның рухы яши; Ямьле жәйдә туганмын; Балачак; Язгы таңда и др.

ISBN 978-5-295-07630-5

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле шағир Радик Хәкимйәндең был йыйынтығына һуңғы йылдарҙа яҙылған өр-яңы шиғырҙары, йырҙары һәм дә төрлө йылдарҙа донъя күргән шиғриәт һөйөүселәр тарафынан яратып ҡабул ителгән әҫәрҙәре тупланды. Уның шиғриәте тормошсан, төплө фекерле, ихлас хистәргә бай, илһамлы шиғриәт ул. Рухлы, тәрән фәлсәфәгә, нескә лиризмға эйә булған әҫәрҙәрендә шағир тыуған илгә, Ватанға, Башҡортостанға, тыуған яғына, уның кешеләренә, гүзәл тәбиғәтенә, хеҙмәткә һәм дуҫлыҡҡа дан йырлай. Шағирҙың тормош асылын, ғүмер ағыштарын, кеше яҙмыштарын оҫта һүрәтләгән шиғырҙары, ҡайнар хисле мөхәббәт йырҙары уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр тип ышанабыҙ.

https://www.traditionrolex.com/46