Ваҡытлы баҫмалар бүлеге

https://www.traditionrolex.com/46

Ваҡытлы баҫмалар бүлеге 1997 йылдың 1 февраленән   структураның үҙ аллы комплекслы бер бүлеге булып эшләп килә.

Бүлектә ретро һәм көндәлек ваҡытлы матбуғат фонды урынлашҡан.

Универсаль йөкмәткеле гәзит һәм журналдар фонды, төрлө ғилем тармаҡтары буйынса яҡынса 600 мең самаһы баҫма тәшкил итә. Улар- тарих, әҙәбиәт, хоҡуҡ, иҡтисад, финанс һәм сәйәсәт, дин һәм фәлсәфә, педагогика һәм психология, техника һәм ауыл хужалығы, спорт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса. Тел буйынса– урыҫ, башҡорт һәм башҡа Рәсәй халҡы телдәрендә баҫылып сыҡҡандар. Бүлектә XX быуаттың 1920 йылынан алып хәҙерге көнгә тиклем сыҡҡан ваҡытлы баҫмалар һаҡлана.

Күркәм ваҡытлы матбуғат баҫмалар залында уҡыусылар өсөн тулы текстлы мәғлүмәт электрон базаһына инеп танышыу мөмкинселектәре бар.

Бүлектә төрлө яҡлы, комплекслы эш алып барыла.

Хеҙмәткәрҙәр ваҡытлы матбуғат фондын туплауҙа әүҙем ҡатнашалар, библиографик белешмәләр, интернет селтәре, электрон мәғлүмәт базаһы менән эшләүҙә ярҙам итәләр, консультациялар, төрлө саралар һәм күргәҙмәләр ойошторалар.

 

2015 йылдан алып ваҡытлы матбуғат бүлеге «Бүләккә гәзит» исемле яңы хеҙмәтен тәҡдим итә. Был үҙенсәлекле бүләк кеше ҡасан донъяға килгән - шул йылдарҙа баҫылып сыҡҡан ваҡытлы баҫманың күсермәһен бүләк итеп ала (тыуған көнгә, туй юбилейына –был осорҙа илдә, донъяла булған мәғлүмәттәр уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ).

Бүлектә киләһе белешмә аппараты эшләй:

  • Традицион карточка һәм картотека каталогтары:
    • Гәзиттарҙең исемен теркәү картотекаһы;
    • Журналдар исемен теркәү картотекаһы;
  • Электрон каталог
    • Китапханала булған журналдарҙың электрон каталогы;
    • Быйылғы йылдан яҙылған ваҡытлы баҫмаларҙың исемлеге
https://www.traditionrolex.com/46