Фәнни – методик бүлек

Заведующий: Маркина Наталья Павловна

E-mail: markina@bashnl.ru

Телефон: 8 (347) 287 13 05

Фәнни – методик бүлек Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана структураһының бер өлөшө булып тора. Бөгөнгө көндә ул республикала муниципаль китапханаларҙың эшмәкәрлеген хоҡуҡи яҡтан тәьмин итә. Башҡортостан республикаһының  дәүләт һәм муниципаль китапханаларын хеҙмәтләндереүҙә, традицион һәм яңы информацион технологияларҙы киң ҡулланып, иң актуаль һәм өҫтөн булған мәғлүмәттәрҙе тәҡдим итеүҙә алдынғы бер үҙәк булып тора.

Бүлек эшмәкәрлегендә мөһим аспекттарҙың береһе булып – республика китапханалары тармағында инновациялы процестарҙы тәҡдим итеп, уларҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итеү. Китапханаларҙың ижади потенциалын активлаштырыу һәм  йәмәғәтте китапханаға йәлеп итеү маҡсаты менән йыл һайын республикала «Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы»исемле профессиональ оҫталыҡ конкурсы үткәрелә. Республика халҡы араһында китап уҡыуҙы пропагандалап, яҙыусылар һәм шағирҙарҙың ижади мираҫын өйрәнеү өсөн «Башҡортостан республикаһының иң яҡшы китабы» кеүек конкурстар ойошторола.

Бүлек белгестәре китапханасыларҙы уҡытыу курстарын ойоштороуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Квалификация үҫтереү буйынса килгән хеҙмәткәрҙәргә төрлө кәңәштәр, практик эштәр тәҡдим ителә, эштәрен төрләндереп алып барыу өсөн оператив мәғлүмәт һәм яңылыҡтар менән таныштырыу ойошторола. Бүлектә китапхана эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре буйынса методик материалдар әҙерләнә (дөйөм китапханалар эшмәкәрлегенең һан һәм сифат күрһәткестәренә анализ, текстлы отчеттар, китапхана хеҙмәтләндереү планы).

Эшмәкәрлек йүнәлеше:

  • Башҡортостан Республикаһы китапханалары эше менән идара итеү;
  • Йыллыҡ статистик  хисапламалар нигеҙендә, төбәк китапханалар эшмәкәрлеге тураһында йыллыҡ статистика мәғлүмәт әҙерләү;
  • Китапхана эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре буйынса мониторинг күрһәткестәр (мәғлүмәт йыйыу һәм анализлау, муниципаль китапханалар эшмәкәрлеге тураһында аналитик күҙәтеү һәм статистик материалдар әҙерләү);
  • Уҡыусылар өсөн ҡулайлы асыҡ китапханаларҙың эшмәкәрлегендә инновацион – кәңәшмә һәм методик ярҙам күрһәтеү;
  • Республика китапханаларында белгестәр өсөн өҙлөкһөҙ профессиональ үҫеш системаһын ойоштороу;
  • Китапхана эшмәкәрлегендә алдан прогноз яһап планлаштырыу мәсьәләлре буйынса һәм ышаныслы кадрҙар әҙерләү буйынса методик материалдар әҙерләү;
  • Китапхана хеҙмәткәрҙәре өсөн семинарҙар, практикумдар, конференциялар әҙерләп үткәреү;
  • Нәшриәт һәм ғилми – тикшеренеү эшмәкәрлеге.

Төп функциялар:

  • Өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү өсөн төрлө формалар ҡулланып: белем үҫтереү курстарының уҡыу программаларында ҡатнашыу, семинарҙар, стажировкалар үткәреү, республика китапхана учреждениеларының заявкалары буйынса уҡытыу сараларын ойоштороу;
  • Консультатив һәм практик – методик ярҙам күрһәтеү (консультациялар, китапхана хеҙмәткәрҙәрен методик үҙәккә саҡырып фекер алышыу, командировкаларға сығыу һ. б.);
  • Алдынғы китапхана тәжрибәһен өйрәнеү һәм уларҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса республика кимәлендә конкурстар  ойоштороу; 
  • Республиканың уҡыусылар өсөн уңайлы асыҡ китапханалары отчеттарын тикшереү, статистикаһы буйынса мәғлүмәттәр йыйыу, эшкәртеп анализ яһау;
  • Профессиональ баҫмалар, шул иҫәптән республика китапханаларының тарихы һәм хәҙерге торошо хаҡында статистик һәм аналитик материалдар баҫтырып сығарыу.