Отчеттар

Башҡортостан Республикаһының дәүләт бюджет мәҙәниәт учреждениеһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы (артабан" Ойошма") Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының 27.04.1992 йылдағы “Н.К.Крупская исемендәге ғилми китапхананың Башҡортостан Республикаһының Милли китапханаһына үҙгәреүе тураһында” исемле №110 ҡарарына ярашлы барлыҡҡа килгән.

Ойошма Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ведомствоһына буйһонған шәхси юридик ойошма булып тора. Башҡортостан Республикаһы исеменән ойошманың ойоштороусы эшмәкәрлеген һәм вәкәлиәтен Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы башҡара (артабан Ойоштороусы).

Башҡортостан Республикаһы исеменән ойошманың хужалыҡ мөлкәте эшмәкәрлеген һәм вәкәлиәтен Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт бәйләнештәре министрлығы башҡара.