«Керпе» ретро-баҫмаһының әһәмиәте тураһында

https://www.traditionrolex.com/46

«Керпе» ретро-баҫмаһының әһәмиәте тураһында 27.04.2021
Ҡәҙерле китапхана уҡыусылары!

“Аманат” журналының тарихы тураһындағы мәҡәләләр серияһын дауам итәбеҙ. Беренсе өлөштә 1929 йылда Башҡортостанда сыҡҡан “Керпе” исемле тәүге айлыҡ балалар баҫмаһының (“Пионер” һәм “Аманат” журналдарының башы) Ленинградта баҫылған «Ёж» журналы менән бәйле булыуын яҙған инек. Мәҡәләләр серияһының икенсе өлөшөндә һүҙ “Керпе”нең программаһы (маҡсаттары, рубрикалары) тураһында барҙы, журналдың йөкмәткеһендә Башҡортостандағы пионерҙар ойошмаһы эшмәкәрлегенең дә ярайһы уҡ яҡшы сағылыуын асыҡланыҡ. Серияның өсөнсө мәҡәләһендә журнал менән хеҙмәттәшлек иткән, балалар өсөн әҫәрҙәрен баҫтырған яҙыусылар менән, журналдың мөхәррире тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырырбыҙ. Шулай уҡ “Керпе”нең 1930 йылдың ғинуарынан башлап ни өсөн “Пионер” исемен алып журнал-дәреслек булып сыға башлауын аңлатырға тырышырбыҙ.

Ваҡытлы матбуғат тураһында “үҙ заманының көҙгөһө” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. “Керпе” балалар журналында ла республикабыҙҙа һәм илебеҙҙә барған күп кенә төп ваҡиғалар һәм үҙгәрештәр сағылыш тапҡан.

Мәҫәлән, баҫмала гигиена һәм һаулыҡ һаҡлауға арналған бер-нисә материал бар. Уҡыусыларҙың береһе журнал редакцияһына ебәргән хатында “мәктәптә доктор Билалов ағай зарарлаусы нәмәләр тураһында һөйләне” тип яҙа. Билалов ағайҙың телмәренән ошондай юлдар килтерә был уҡыусы: “Сама менән ашау-эсеү зарур, шат булыу мотлаҡ, тороу-ятыу бүлмәһе таҙа булырға тейеш, насар ғәҙәттәрҙән арыныу һәм гимнастика менән тәнде сыныҡтырыу кәрәк... Һеҙ, балалар, киләсәк көндәрҙең хужаһы, ер йөҙөнән буржуйҙарҙы һепереп түгеп, тигеҙлек урынлаштырыу һеҙгә йөкмәтелә. Шуның өсөн һеҙ батыр, таҙа, көслө, йөрәкле, белемле булырға тейешһегеҙ”. Ғәмәлдә был материалдар 1926-30 йылдарҙа Рәсәй Ҡыҙыл Тәре ойошмаһының Башҡортостан комитетының эшмәкәрлеген һүрәтләй. Республикала ул йылдарҙа “Йәш пионерҙарҙың һаулыҡ хеҙмәте” ойошторола һәм был программа эсендэ мәктәп балалары һәм пионерҙарҙың барыһы ла табип тикшереүенән үтә, йөҙләп бала Ҡырым санаторийҙарына юллана, балалар өсөн һауыҡтырыу лагерҙары асыла, гигиенаға иғтибар арта. Асылда Ҡыҙыл Тәре ойошмаһының ил буйынса ошондай саралар үткәргәнлеге билдәле, ә балаларҙың һаулығы мәктәп һәм комсомол ойошмалары аша партия һәм дәүләт етәкселегенең ныҡлы контролендә тотола.

“Керпе” журналының маҡсаттарының береһе - балаларҙың күңелендә фән һәм техникаға мөхәбәт тыуҙырыу. Ул осорҙа СССР-ҙағы балалар һәм пионерҙар өсөн сығарылған бөтә баҫмаларҙа ла “Фән һәм техника” рубрикаһы иң популярҙарҙан һанала, союз кимәлендә авиамоделизмға һәм ғөмүмән техникаға ҡыҙыҡһыныу арта. Шуҡа күрә, “Керпе”лә ҡағыҙҙан нисек осортҡос (самолет) эшләргә икәнлеге һүрәттәрҙә күрһәтелә, аэроплан һәм дирижаблдәр тураһында мәҡәләләр, шырпы таяҡсалары менән уйындар һәм башватҡыстар уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителә.

Башҡортса сыҡҡан тәүге балалар баҫмаһы редакцияһының үҙ уҡыусылары менән кире бәйләнеш урынлаштырыу өсөн күп көс һалыуын аныҡ әйтә алабыҙ. “Беҙҙең Мораптал волосы Ҡалта ауылына “Керпе” журналы берәү генә килә. Шуға ҡарамаҫтан уны берәү ҙә уҡымай ҡалмай.Ул килгән көн беҙҙең өсөн байрам көнө кеүек була. Сөнки беҙ уны бөтә мәктәп уҡыусылары менән тейерлек бергә уҡыйбыҙ. Бигерәк тә унда баҫылған хикәйә-шиғырҙарҙы яратабыҙ. Һүрәттәре күп булған журнал айырыуса оҡшай. Тик ауылдарҙағы мәктәп балалар тормошонан яҙылған хәбәрҙәр аҙ. Киләсәктә журнал идараһы быға иғтибар итһен ине”, - тип яҙа Өмми Бикбаева исемле уҡыусы (Әйтергә кәрәк, телгә алынған Ҡалта ауылы күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы Баязит Бикбайҙың тыуған ауылы, журналда уның да әҫәрҙәре баҫылған). Идара уҡыусыға ошолай тип яуаплай: “Керпе”не күберәк алдырырға кәрәк, бөтә ауыл өсөн бер генә журнал бик әҙ бит ул. Хаҡы ла осһоҙ ғына. Мәктәп балалары тормошонан хәбәрҙәр юҡ тиһегеҙ. Бынан һуң ул кәмселек бөтөрөлөр. Идара балалар тарафынан яҙылған яҙмаларға айырыуса әһәмиәт бирә. Яҙышып тороғоҙ”.

“Керпе”лә кире бәйләнеште нығытыу өсөн деткорҙарҙың материалдарына күп урын бирелгәнлеген яҙған инек. Мәҫәлән, Солтан Ишбулдин тигән уҡыусы бала: “Бәләбәй кантоны Рәжәп йорто Ҡаран ауылында комсомол ячейкаһы булһа ла, пионер отряды юҡ. 50-60 лап бала тик йөрөй. Вожатыйҙар курсында ике иптәш уҡып ҡайтһа ла, эш ҡуҙғатмайҙар. Ячейка, быларҙы эшкә ҡушһаңсы?!”, - тип хәбәр итә. Сәйфи исемле бала Стәрле кантоны Өршәк-Мең йорто пионер ойошмаларының слёты үтеүен яҙа: “Слётта биш отрядтан 150 пионер ҡатнашты, һуғыш эшенән, физкультуранан һәм башҡа эштәрҙән һынау ярышы булды. Ярышта Яңы Ҡарамалы һәм Боҙауяҙ отрядтары беренселекте алдылар”.

1920-30 йылдар бик ауыр булыуға ҡарамаҫтан республикала яйлап башҡортса сыҡҡан гәзит-журналдарҙың һаны күбәйә, китап баҫыу эше лә яйға һалына башлай, наҙанлыҡ менән көрәш сиктәрендә мәктәптәр һаны арта, педтехникумдарҙан башҡа пединститут асыла, мәҙәни-ағартыу учреждениелары күпләп сафҡа инә. Революцияға тиклем үк яҙышҡан яҙыусыларҙан башҡа башҡорт әҙәбиәтендә яңы исемдәр күренә башлай.

“Керпе” журналында Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш, Ғабдулла Туҡай, Ғариф Ғүмәр, Мөхөтдин Тажи, Баязит Бикбай, Ғабдулла Амантай кеүек әҙиптәрҙең балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрен күрербеҙ. Унан башҡа күп кенә хикәйә, шиғыр, йомаҡтарҙың авторҙары псевдоним менән күһәтелгәндәр. Мәҫәлән, “Таһир” таҡма исеме аҫтында әҫәрен баҫтырған авторҙың Афзал Таһиров булыуы бик мөмкин. Белеүебеҙсә, А.Таһиров күренекле дәүләт эшмәкәре генә түгел журналист һәм яҙыусы булараҡ та танылыу таба. “Керпе”нең 5-се һанында сыҡҡан “Көнъяҡта” исемле ҡыҫҡа ғына хикәйә журналдың йөкмәткеһендә “Таһир” псевдонимы менән күрһәтелгән. Афзал Таһиров 1921-25 йылдарҙа Урта Азияла Совет власын урынлаштырыуҙа актив ҡатнаша: Сәмәрҡандтағы партия өлкә комитетында агитация-пропаганда бүлеген етәкләй, ә һуңынан Хорезм партия үҙәк комитетының рәйесе, шул уҡ ваҡытта “Инҡилоб ҡуяшы” гәзитенең баш мөхәррире була.

Башҡортса тәүге балалар журналы менән осраҡлы кешеләр хеҙмәттәшлек итмәгәндәр тигән фекерҙәбеҙ. Мәҫәлән, 1925-37 йылдарҙа татарса баҫылған «Сәнәк» журналының баш мөхәррире Ғариф Ғүмәр “Керпе”лә бер-нисә хикәйәһен ысын исеме менән баҫтырған. Уның сатирик һәм юмористик хикәйә һәм шиғырҙары башҡа баҫмаларҙа «Ғ.Шут», «Ғ.Юлай», «Демьян Шәркый» кеүек псевдонимдар менән баҫылыуы билдәле. Ғариф Ғүмәр 1934 йылда Башҡортостан китап нәшриәте мөхәррире һәм балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. Мөхөтдин Тажиға килгәндә инде, уның 1925-29 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының әҙәбиәт факультетында уҡыуы, 1929-33 йылдарҙа «Башҡурдистан» гәзите менән хеҙмәттәшлек итеүе билдәле. Һуңынан М.Тажи шағир, яҙыусы һәм тәржемәсе булараҡ таныласаҡ. Ә буласаҡ билдәле яҙыусы һәм драматург Баязит Бикбай 1929 йылда педтехникумды тамамлап “Сәсән” журналында эшләй башлай. Ул ваҡытта “Белем” (хәҙер “Башҡортостан уҡытыусыһы”), “Сәсән” (“Ағиҙел”) һәм “Керпе” (“Аманат”) журналдары редакциялары бер урында урынлашып, журналдар бер үк типографияла баҫылған була, хатта ҡайһы бер редколлегия ағзалары өс журнал менән дә хеҙмәттәшлек итә.

“Керпе” журналының мөхәррире Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы (псевдонимы М.Хәй) булыуы билдәле, ләкин баҫманың бер урынында ла уның исеме телгә алынмай. Йөкмәтке битендә (“Идаранан”) баҫмалағы баш һүҙҙең авторы RID (йәғни редакция/редактор) тип бирелә, һуңғы биттә иһә Редакторы: “Белем” редколлегиһы тип яҙылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, М.Хәйҙең балалар баҫмаһының мөхәррире булыуына шигебеҙ юҡ. Сөнки уның биографияһы менән “Керпе”нең эстәлеге быны иҫбатлай. Бөйөк Ватан һуғшында һәләк булған башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәтендә үҙ эҙен ҡалдырған М.Хәй Ырымбур губернияһы Силәбе өйәҙе Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Был ауыл хәҙер Силәбе өлкәһенең Сосновка районына ҡарай, 1929 йылда Ҡунаҡбай ауылы БАССР-ҙың Арғаяш кантоны Ҡоншаҡ волосына ҡараған була. М.Хәй 1928-29 йылдарҙа шул Арғаяш кантонында пионер эштәре буйынса бюро мөдире булып эшләй. 1929 йылдың баштарында Өфөгә эшкә күсеүе һәм 1930 йылдың башында республика күләмендә сыҡҡан “Йәш төҙөүсе” гәзитенең мөхәррире итеп тәғәйенләнеүе билдәле. “Керпе” һандарында Арғаяш һәм Ҡоншаҡ пионерҙарынан килгән материалдарҙың күплеге, журналда етем балаларҙы ҡурсалау һәм уларға ярҙам темаһына иғтибар бирелеүе (М.Хәй 1924-28 йылдарҙа Өфөлә Ленин исемендәге етем балалар мәктәп-интернатында уҡый) Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улының, ысынлап та, 1930 йылдың башына тиклем балалар баҫмаһының редакторы булыуына ишаралай. “Керпе”ләге мөхәррир вазифаһынан һуң “Йәш төҙөүсе” гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләнеүе (был гәзиттең Комсомолдың Башҡортостан Өлкә Комитетының һәм Өлкә Пионерҙар Бюроһының баҫма органы булыуын иҫәпкә алып) М.Хәйҙең алдағы хеҙмәтен яҡшы баһалағандар тип уйлайбыҙ.

Әлеге ваҡытты һәр йәһәттән уникаль булған “Керпе” журналы Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының Ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге фондында һаҡлана. Башҡортса тәүге үҙаллы балалар журналы сығыуҙан туҡтамай, ә исемен һәм өлөшләтә форматын үҙгәртеп баҫылыуын дауам итә. Наҙанлыҡты бөтөрөү, мәктәптәрҙә тиҙ арала Яңалиф (латин алфавитына нигеҙләнгән башҡорт яҙма теле) уҡытыу системаһына тиҙерәк күсеү маҡсатында 1929-30 йылдарҙа пионер ойошмалары ла үҙ эшен мәктәп принципына ҡора башлай: класстар – отряд, мәктәптәр – пионер дружинаһы булып китә. Шунлыҡтан “Керпе” 1930 йылдың ғинуарынан башлап “Пионер” исемен алып журнал-дәреслек булып сыға башлай. Шулай итеп, башта тиражы 1500, һуңынан 1000 дана булған тәүге башҡорт балалар баҫмаһы “Керпе” “Пионер” журналына әйләнеп юлын дауам итә.

“Керпе”нең “Пионер” журнал-дәреслек булып китеүенең төп сәбәптәренең береһе тотош ил кимәлендә барған “культура революцияһы”ның республикабыҙҙағы эҙемтәләре ул. Был бер яҡтан ысынлап шулай. Наҙанлыҡты бөтөрөү процессы СССР-ҙа төрки халыҡтарҙың яҙма телен Яңалифҡа (латин графикаһына) күсереү менән бергә бара, мәғариф системаһында уҡыу-уҡытыу эше менән бер рәттән китап һәм ваҡытлы матбуғатты баҫтырыу эше лә латин графикаһында алып барыла башлай. Большевиктар партияһының контроле комсомол һәм пионерҙар ойошмаһы аша йәштәр, үҫмерҙәр һәм балалар эсенә үтеп инә. Пионер ойошмаһының эшмәкәрлеге мәктәп принципына күсерелә. Милли мәктәптәр өсөн дәреслектәр булмау сәбәпле, булғандары ла иҫке (ғәрәп) графикаһында, күберәген дини эстәлектә булыуы сәбәпле (“культура революцияһы”ның маҡсаттарының береһе дингә ҡаршы көрәш), “Керпе”нең “Пионер” журнал-дәреслеккә әйләнеп китеүе осраҡлы түгел тигән фекерҙәбеҙ.

Икенсе яҡтан, “Керпе” баҫмаһы, һис шикһеҙ, СССР-ҙа алып барылған милли сәйәсәттең емеше. Милли телдәрҙә сыҡҡан балалар һәм йәштәр матбуғаты республикаларҙа милли кемлекте төҙөүҙә ярҙам итеүсе ҡорал, урындағы өлкә пионер һәм комсомол ойошмаларының рәсми баҫма органдары булып хеҙмәт итәләр.

Идеологик маҡсатта сығарылған журнал булыуына ҡарамаҫтан, “Керпе” ретро-баҫмаһының матбуғат тарихы өсөн дә, башҡорт мәҙәниәте тарихы (әҙәбиәт тарихы, яҙма тел, әҙәби тел тарихы) өсөн дә әһәмиәте ифрат ҙур, хатта, баһалап бөткөһөҙ тиһәк тә, хата булмаҫ. Исемендән дә күреүебеҙсә, “Керпе” балалар журналында лексик ҡына түгел (“Терпе” булыр ине хәҙерге әҙәби телдә), фонетик-морфологик диалектизмдар ҙа йыш осрай. Шуға күрә был журнал матбуғат тарихсыларынан башҡа, телсе һәм әҙәбиәтсе ғалимдар өсөн дә ҡиммәтле сығанаҡ булып тора.

Шулай итеп, башҡортса баҫылған тәүге балалар журналының һәр яҡлап уникаль баҫма булыуын асыҡларға тырыштыҡ. Киләһе материал “Пионер” журнал-дәреслеге тураһында булыр.



Илдар КИРӘЕВ,
Башҡортостан Республикаһының
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
Милли китапханаһының
ваҡытлы матбуғат бүлеге мөдире

Фотогалерея: http://www.bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=635.


Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46