Бөгөн – Халыҡ-ара көлкө көнө

https://www.traditionrolex.com/46

Бөгөн – Халыҡ-ара көлкө көнө 01.04.2021
1 апрель – Көлкө көнө. Күп илдәрҙә 1 апрелдә көлөү, шаярыу, дуҫтарса алдашыу көнөн билдәләп уҙғаралар. Уның барлыҡҡа килеүен бер кем дә теүәл генә әйтә алмай. Ҡайһы берәүҙәр уның тарихы Боронғо Рим осорына уҡ барып тоташа, ти. Һиндостанда иһә йола булараҡ, таҡмаҡтар байрамында күңел асҡандар. Элек 1 апрелдә ҡояштың яҙғы торғонлоғо байрам ителгән, ғәҙҙәттә, төрлө күңелле уйындар ойошторолған. Өсөнсө версияһы календарь алышыныуы менән бәйле. XVI быуатта Яңы йыл 1 апрелдә билдәләнгән. Ул ваҡытта ла йылды оҙатҡанда шау-гөр килеп күңел асҡандар. Беҙҙең илдә лә был көн шаяртыу, ҡыҙыҡ хәлдәр һәм күңелле уйындар менән үтә.

Ваҡытлы матбуғат бүлеге “Тормошҡа шаяртыу аша етди ҡараш” исемле күргәҙмә әҙерләне. Сараның маҡсаты - “Һәнәк” (шулай уҡ баҫманың русса сыҡҡан дубляжы “Вилы”), “Крокодил” һәм “Башҡорт крокодилы” журналдары материалдары аша китапхана уҡыусыларын йәмғиәтебеҙҙәге көлкө культураһы менән таныштырыу.

“Крокодил” – СССР-ҙың иң танылған һәм ҙур тиражлы сатирик журналы. Баҫманың тәүге һаны 1922 йылдың авгусында уҡ донъя күрә. Ул айына өс тапҡыр сыҡҡан, ә тиражы 6,5 миллион данаға еткән. “Крокодил”-дың авторҙары кешенең шәхси етешһеҙлектәренән, шулай уҡ илдең хужалыҡ тормошонда осраған кәмселектәрҙе мыҫҡыллаған. 2000 йылда ул баҫылыуҙан туҡтай.

Күргәҙмәлә шулай уҡ “Башҡорт крокодилы” журналының ике һанын күрергә мөмкин. Ул 1925 йылдың авгусынан 1926 йылдың ғинуарына тиклем Өфө ҡалаһында баҫтырыла. Был шуның менән аңлатыла: 1920-се йылдарҙа сыҡҡан “Крокодил” журналының милли-территориаль һәм географик вариациялары булған.

Әлбиттә, күргәҙмәлә “Һәнәк” баҫмаһы ла үҙенең почетлы урынын алып тора. Ул республика күләмендә сыҡҡан берҙән-бер сатира һәм юмор журналы. “Һәнәк” айына бер тапҡыр башҡорт телендә сыға. Был журнал халыҡ араһында киң танылыу алған ҡыҙыҡлы, мәрәкә, күңелле һәм фәһемле баҫма булып тора. Журналда фельетондар, юморескалар, шиғыр-хикәйәләр, ҡыҙыҡлы карикатуралар, көләмәстәр баҫыла.

Күргәҙмә: http://www.bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=598.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46