Шиғриәт шоңҡары

https://www.traditionrolex.com/46

Шиғриәт шоңҡары 18.01.2021
Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы 1911 йылдың 18 ғинуарында Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Тәгеш ауылында указлы мулла ғаиләһендә тыуған. 1924 йылда Һары мәктәбенә уҡырға инә, аҙаҡтан белемен Арғаяш мәктәбендә дауам итә. 1928-1930 йылдарҙа уҡытыусы булып эшләй. 1930 йылда "Башҡортостан" гәзитенә эшкә саҡырыла. 1933–1937 йылдарҙа Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. 1937 йылда Башҡорт тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр. 1938 йылда Ғ.Сәләм СССР Фәндәр академияһының Ленинград филиалына аспирантураға ебәрелә. Бында ул менингит менән сирләп китә һәм 1939 йылдың 19 июнендә вафат була. Ҡаланың Волков зыяратында ерләнгән.

Д.Бүләков Ғәлимов Сәләм тураһында былай тип яҙған: «Сәләм – киләсәк шағиры, йәшлек йырсыһы. Уның шиғырҙары иртәгәһе көндә лә бәҫен юғалтмаясаҡ. Утыҙынсы йылдар алыҫлығынан тороп, ул бөгөнгөләр һәм иртәгә тыуасаҡ яңы кешеләр өсөн әҫәрҙәр ижад иткән, һәр бер шиғыры һәм поэмаһына йөрәк хистәрен һалған. Шағирҙың ғүмере атылған йондоҙҙо иҫкә төшөрә. Атылған йондоҙ яҡтыһы, алыҫ араларҙы үтеп, ергә етә».

Ғәлимов Сәләм әҙәбиәткә студент йылдарында килә. 1932 йылда «Тревога» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға. Артабан ул «Мәскәү», «Өс йыр», «Ғүмер», «Һәйкәл», «Республика иртәһе», «Шоңҡар» һәм «Бала» поэмалары кеүек киң билдәле әҫәрҙәрен ижад итә.

Шағир тәржемә менән дә шөғөлләнә. Ул А.С.Пушкиндың “Сиғандар” (“Цыгане”) поэмаһын, М.А.Светловтың “Гренада” шиғырын һ.б. башҡорт теленә тәржемә иткән. Шул осорҙоң күпселек шағир-яҙыусылары кеүек, башҡорт фольклорын йыйыу һәм баҫтырыу менән дә шөғөлләнә. “Бабсаҡ менән Күсәк”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Ҡуңыр буға” эпостары варианттарын һәм башҡорт фольклорының башҡа әҫәрҙәрен яҙып алған. “Башҡорт совет халыҡ йырҙары” (1939) китабының автор-төҙөүсеһе.

Беҙҙең виртуаль күргәҙмә китапхана сайтында «Проект» бүлегенең “Виртуаль күргәҙмәләр” өлөшөндә урынлашҡан: http://vistavki.bashnl.ru/index.php/nggallery/virtualnye-vystavki/shi-ri-t-sho-ary-limov-s-l-mde-tyuyuyna-110-jyl, шулай уҡ YouTube-каналында: https://www.youtube.com/watch?v=iQLcnLz1uzM.

Бынан тыш Электрон китапханала Ғәлимов Сәләмдең китаптарының электрон варианты ла ҡуйылған: http://ebook.bashnl.ru/dsweb/View/ResourceCollection-241.

Фотогалерея: http://www.bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=534.

Мәғлүмәттең рус версияһы: http://www.bashnl.ru/novosti/7910/.


Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46