Күп яҡлы талант эйәһе


Күп яҡлы талант эйәһе 28.12.2020
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, шағирә, тәржемәсе, драматург Рәғиҙә Янбулатованың тыуыуына 105 йыл тулыуы уңайынан “Күңелендә моң ғына” тип исемләнгән видеопрезентацияһын тәҡдим итә.

Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатова күп яҡлы талант эйәһе, ҡырҡ йылға яҡын ижади ғүмерен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына бағышлай. Йырсы - актриса театр сәхнәһендә йөҙләгән һоҡланғыс образ тыуҙырып, үҙенең сағыу таланты менән меңәрләгән тамашасыларҙы әсир итә.

Рәғиҙә Янбулатова тынғыһыҙ сәхнә эшмәкәрлеге менән бер рәттән йәшлек йылдарынан уҡ әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. 1957 йылда «Елбәҙәк ҡарҙар» тип исемләнгән тәүге шиғри йыйынтығы донъя күргәс Рәғиҙә Янбулатова СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Беҙҙең бүлектең фондында һаҡланған ошо һәм һуңыраҡ сыҡҡан «Таныш моңдар» (1962), «Йөрәк йырҙары» (1966), «Аҡ сәскә атты балан» (1976), «Һау булығыҙ, сыңрау торналар» (1995) китаптары, балаларға арналған «Көл әйҙә, кескенәм» (1985) исемле шиғыр йыйынтығы видеопрезентацияла урын таба. Шулай уҡ сәхнәлә үткән ғүмеренең хәтирәләренә бағышланған «Юлдар, юлдар…» (1969) иҫтәлектәр китабы, ябайлыҡ, инсафлыҡ, ихласлыҡ менән яҙылған шиғырҙар һәм драмалар тупланған «Һүрелмәҫ мөхәббәтем» (2016) йыйынтығы, ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәр видеопрезентацияны өҫтәмә тулыландыра.

“Күңелендә моң ғына” выставкаһы YouTube-каналында: https://youtu.be/1KXM6LQv36o.

Возврат к списку