Стәрлетамаҡ ҡалаһында яҙыусы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллин иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы ойошторолдо

https://www.traditionrolex.com/46

Стәрлетамаҡ ҡалаһында яҙыусы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллин иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы ойошторолдо 04.03.2024
28 февраль Стәрлетамаҡ ҡалаһында шағир, яҙыусы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре – Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы ойошторолдо. Был сараны әҙерләүҙә һәм ойоштороуҙа Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәре, яҙыусының ҡыҙы Абдрахманова Шәүрә әүҙем ҡатнашты.

Рауил Ниғмәтуллин әҙәбиәткә үткән быуаттың 70-се йылдарында килә. Йәштәргә аң-белем өләшеүсе тәжрибәле педагог һәм әҙәбиәт өлкәһендә ялҡыны һирпелеп торған ижадсы булараҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн фәһемле китаптар сығара: "Еңмеш","Кемгә ниндәй исем","Урман музыканттары", “Урланған урман”.

Шағирҙың өлкәндәр өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр, милләтенең яҙмышы өсөн борсолоу идеялары ярылып ята: "Тауҙарҙа таң", "Япраҡ еле", "Мөхәббәткә юҡ өҙәрем", "Аҡ нур", "Ҡыңғырауҙар", "Тауҙарыма ҡарап".

Таҡтаташ асыу сараһын Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы – Зөфәр Сәғитдин улы Зиннатуллин, Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йосопова Ләйсән Йәркәй ҡыҙы башлап ебәрҙе. Улар бөгөнгө ваҡиғаның әһәмиәтле булыуын билдәләп үттеләр. Сарала шағирҙың балалары, ейәндәре, туғандары, ҡәләмдәштәре, уның уҡыусылары, студенттары ҡатнашты, йылы иҫтәлектәрен менән уртаҡлаштылар, Рауил Ниғмәтуллиндың шиғырҙары уҡылды, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар йырланды.

Өфөнән Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Сәлиховна Дәүләтбирҙина, Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова, яҙыусы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Ниязбай Булатбай улы Сәлимов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флүр Миншәриф улы Ғәлимов, журналист, яҙыусы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов, филология фәндәре кандидаты, доцент Вадим Зәйнулла улы Толомбаев, “Шоңҡар” журналынан килгән Айнур Акилов һәм талантлы йәш яҙыусы Мусина Заһиҙә Хәкимйән ҡыҙы ҡатнашты.

Стәрлетамаҡта яҙыусының бергә эшләп киткән ҡәләмдәштәре - педагогия фәндәре докторы, профессор Баймурзина Вилә Искәндәр ҡыҙы, яҙыусы Сәлимов Булат Кәрим йылы хәтирәләре менән бүлештеләр. Артабан Абдулҡадир Инан исемендәге китапханала Рауил Ниғмәтуллиндың ижадына арналған презентация, видиояҙмалар, фотоһүрәттәр менән танышыу ойошторолдо.

Рауил Ниғмәтуллин юғары тәрбиәлелек сифаттарына эйә мәҙәни кеше, талапсан һәм ғәҙел остаз, маҡсатына һәм выжданына тоғро, көслө рухлы шәхес, ҡайнап торған энергиялы ижадсы булып ҡалды замандаштарының хәтерендә.


Фотогалерея: http://bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=1942.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46