Күргәҙмәгә саҡырабыҙ

https://www.traditionrolex.com/46

Күргәҙмәгә саҡырабыҙ 21.02.2024
21 февраль донъяла Халыҡ-ара туған телдәр көнө үтә.

Ошо мөһим ваҡиға айҡанлы ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге тарафынан үҙенсәлекле китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда башҡорт тел ғилеме буйынса 1920–1930 йылдарҙа нәшер ителгән уҡыу әсбаптары һәм әлифбалар урын ала. Әйтергә кәрәк, уларҙың ҡайһы берҙәре бөгөнгө көндә берәр генә данала һаҡлана. Бынан тыш, ҡайһы бер авторҙарҙың исемдәре хатта ғалимдарҙың хеҙмәттәрендә лә осрамай: тимәк, башҡорт тел ғилеме тарихы менән шөғөлләнгән ғалимдар өсөн эштәр байтаҡ әле.

Был осор сәйәси һәм социаль-иҡтисади йәһәттән генә түгел, тел ғилеменең үҫешендә лә үҙенсәлекле дәүер. Мәҫәлән, яҙманың даими үҙгәреп тороуы. Тәүҙә ғәрәп графикаһы нигеҙендә яҙма, 1924 йылда ошо графика нигеҙендә яңыртылған башҡорт алфавиты, 1928 йылдың майынан 1940 йылға тиклем латин графикаһы нигеҙендәге яҙма. Бынан тыш, ошо йылдарҙа орфография, лексикология, диалектология һәм терминология буйынса эштәр әүҙемләшә. Мәҫәлән, 1930 йылда Ғөбәй Дәүләтшиндың башланғыс һәм урта мәктәптәр өсөн тәғәйенләнгән "Башҡорт теленең имлә һүҙлеге" дүрт меңлек тираж менән баҫылып сыға. Унда башҡорт телендә даими ҡулланылған 10 мең һүҙ урын ала.

Виртуаль күргәҙмәгә килгәндә, башта төбәктә иҫке төрки телендә баҫылып сыҡҡан уҡыу китаптары урын ала. Артабан 1920-1930 йылдарҙа нәшер ителгән уҡыу әсбаптары һәм әлифбалар урынлаша. Улар араһынан беҙ "Яңы мәктәп" (Уфа: Октябрьский Натиск, 1927), Н.Т. Таһировтың “Башҡорт әлифбаһы” (Уфа: Октябрьский Натиск, 1924), З.Н. Айыухановтың “Әлифба” (Уфа: Башгосиздат, 1933), З.Ф. Кульбековтың “Өлкәндәр өсөн әлифба” (Уфа: Башгосиздат, 1936); К.Х Даяновтың “Стилистика” (Уфа: Башгосиздат, 1939), К.З. Әхмеровтың “Грамматика. Синтаксис (Уфа: Башгосиздат, 1935), Х.Ш. Зиннатуллинаның “Башҡорт теле (грамматика һәм дөрөҫ яҙыу)” ( Уфа : Башгосиздат, 1939), У.Х Хуснутдиновтың “Башҡорт теле дәреслеге языка (грамматика һәм дөрөҫ яҙыу)” (Уфа: Башгосиздат, 1939), З.Ш Шакировтың “Ғәмәли башҡорт теле дәреслеге” (Уфа: Башкнига, 1928), Ф.Б. Максютованың “Уҡыу китабы” (Уфа: Башгосиздат, 1935) һ.б. күрә алабыҙ.

Шулай уҡ ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге тарафынан башҡорт теле һәм тел ғилеме буйынса электрон китапханала китаптар коллекцияһы ла (әлифба, дәреслек һәм уҡыу әсбаптары, өҫтәмә уҡыу өсөн әсбаптар һ.б.) булдырылды. Ул яйлап ҡына яңы сығанаҡтар менән тулылана бара. Коллекция менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин:

http://ebook.bashnl.ru/dsweb/View/ResourceCollection-5683/Resource-24760.

Фотогалерея: http://bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=1929.


Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46