«Ҡойоп ҡуйған сатирик»

https://www.traditionrolex.com/46

«Ҡойоп ҡуйған сатирик» 03.01.2024
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, сатирик, шағир, журналист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, СССР яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы, Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты, С. Михалков, В. Гиляровский, В. Набоков (Рәсәй), «Алеко» (Болгария), Н. Гоголь (Украина), Э. Хемингуэй, М. Твен (Канада), Дж. Лондон (АҠШ), Ч. Диккенс (Бөйөк Британия) исемдәрендәге халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты Марсель Шәйнур улы Сәлимов (Мар. Сәлим) тыуған көнөн билдәләй!

Зәки Вәлили исемендәге Милли Китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге яҙыусының 75 йәшенә арналған «Ҡойоп ҡуйған сатирик» исемле үҙенең видеокүргәҙмәһен әҙерләне.

Марсель Шәйнур улы Сәлимов 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Борай районының Сәйет-Көрйә ауылында тыуған. Буласаҡ яҙыусының әҙәби ижадҡа әүәҫлеге бик иртә асыла. Мәктәптә уҡығанда уҡ уның шиғырҙары, мәҡәләләре район гәзиттәрендә, «Башҡортостан пионеры»нда, «Ҡыҙыл таң»да баҫылып сыға. 1963 йылда «Һәнәк» журналында беренсе фельетоны, 1964 йылда тәүге юмористик хикәйәһе донъя күрә. Артабан мәҫәлдәр, сатирик шиғырҙар һәм хикәйәләр,пьесалар, скетчтар ижад итә.

Яҙыусының «Сер ҡапсығы» тигән тәүге китабы 1982 йылда донъя күрә. Шунан башлап уның иллеләп китабы Өфө, Мәскәү, Ҡазан, Симферополь, Чебоксар, Лондон ҡалаларында төрлө телдәрҙә баҫылып сыға.

Видеопрезентацияла китапхана фондында һаҡланған яҙыусының башҡорт һәм татар телендә сыҡҡан: «Сер ҡапсығы», «Тәгәрмәсле сана», «Күгәрсен һөтө», «Батыр яраһыҙ булмай», «Туҡһан туғыҙ мөхәббәт», «Майлап – җайлап», «Эшем эйәһе», «Мин сүләем», «Тормош көҙгөһө», «Көлсәң-көл…», «Шәп кеше», «Эй ҡыҙыҡ донъя!», «Бергәләп көлик!», «Заманына күрә», «Чорына күрә җыры», «Һайланған – яйланған әҫәрҙәр», «Әскелле-сөскөллө әҫәрҙәр», рус телендә сыҡҡан: «Птичье молоко», «Горит мое сердце», «Белым по черному», «Камушек с дыркой», «НЕизбранное – для избранных, любящих юмор и терпящих сатиру» һәм башҡа әҫәрҙәрен, шулай уҡ уның ижадына ҡағылышлы ҡәләмдәштәренең ваҡытлы матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләрен, ҡәҙерләү һүҙҙәрен тәҡдим итәбеҙ. Китаптар библиографик яҙмалар менән бирелә, видеопрезентацияны биҙәү өсөн портреттар, фотоһүрәттәр ҡулланыла.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46