Видеокүргәҙмәгә саҡырабыҙ

https://www.traditionrolex.com/46

Видеокүргәҙмәгә саҡырабыҙ 15.12.2023
15 декабрь Халыҡ сәсәне, фольклорсы, драматург, башҡорт әҙәбиәте классигы Мөхәммәтша Буранғоловтың тыуыуына 135 йыл тула.

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Мөхәмәтша Буранғолов ижадына арналған үҙенең видеокүргәҙмәһен әҙерләне.

Мөхәммәтша Буранғолов 1888 йылдың 15 декабрендә Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) Йомран-Табын волосының Үрге Ильяс ауылында тыуған. Үҙҙәренә күрше Юлдаш ауылының земство мәктәбендә, унан Ҡарғалы һәм Ырымбурҙың "Хөсәйениә" мәҙрәсәләрендә, 1935-1937 йылдарҙа К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия университетында уҡый. Оҙаҡ йылдар төрлө мәктәптәрҙә, педагогия техникумында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта. Ауыл мәктәптәре буйынса инспектор, 1917 йылдан Башҡортостан мөхтәриәтенең Туҡ-Соран кантоны халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, кантон башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. Тормоштоң ауыр һынауҙарына бөгөлмәҫ халҡының ысын улы, көслө рухлы шәхес булып ҡала ул.

Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Мөхәммәтша Буранғоловтың эшмәкәрлеге ифрат емешле һәм күп яҡлы булған.

Ул фольклористика һәм драматургияла ғына түгел, публицистика һәм художестволы проза өлкәләрендә лә шаҡтай ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле яҙма мираҫ ҡалдырған.

Беҙ видеопрезентацияла китапхана фондында һаҡланған әҙиптең әҫәрҙәрен: "Башҡорт туйы", “Ватан һуғышы”, "Таштуғай", "Сәсән аманаты", башҡорт халыҡ ижады буйынса ул йыйған ҡомартҡыларҙы: "Батырҙар тураһында эпос", “Башҡорт йырҙары һәм ҡобайырҙары”, "Урал батыр", "Аҡбуҙат", "Мәргән менән Маянһылыу", "Юлай менән Салауат" һәм башҡа ҡобайырҙарын, йырҙарын, легендаларын, шулай уҡ уның тормошон яҡтыртҡан ҡәләмдәштәренең китаптарын, ваҡытлы матбуғатта сыҡҡан мәҡәләләрен тәҡдим итәбеҙ.

Видеокүргәҙмә бер нисә өлөштән тора. Тәүҙә уның тормош юлы, ижады яҡтыртыла, аҙаҡ уның тураһында яҙған Рәшит Ниғмәти, Зәйнәб Биишева, Рауил Бикбай, Лариса Абдуллина, Нурислам Ҡалмантаев кеүек әҙиптәрҙең китаптары, мәҡәләләре, уға бағышланған шиғырҙары тәҡдим ителә. Һуңғы Хәтер бүлегендә халыҡ сәсәненең исемен мәңгеләштереү хаҡында һүҙ бара. Китаптар библиографик яҙмалар менән бирелә, видеопрезентацияны биҙәү өсөн портреттар, фотоһүрәттәр ҡулланыла.

Видеопрезентация.




Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46