Видеокүргәҙмәгә саҡырабыҙ

https://www.traditionrolex.com/46

Видеокүргәҙмәгә саҡырабыҙ 08.09.2023
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова 10 сентябрь үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге шағирәгә арнап видеокүргәҙмә әҙерләне.

Видеопрезентацияла авторҙың китапханала һаҡланған китаптары, ижады һәм тормошона бағышланған әҙәбиәт урын алған.

Гөлфиә Юнысова әҙәбиәткә балалар өсөн яҙған шиғырҙары менән килеп инә. Виртуаль күргәҙмәлә уның студент сағында сығарған «Миңә бары өс кенә» (1969) һәм «Зәңгәр тубым» (1971) китаптары, шулай уҡ «Тылсымлы бүләк» (1975), «Ҡояшлы иртә»(1977), «Солнечный остров»(1998), «Юмөтөмдән юғалма»(1990), «Туктатмағыҙ юлдарымдан»(2018), «Илһамлы яҙмыштар»(2020) һәм башҡа йыйынтыҡтарын, ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәрҙе күрә алаһығыҙ.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46