Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә

https://www.traditionrolex.com/46

Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә 11.07.2023
Март айында Ейәнсура районында Мәрйәм Бураҡаеваның ижадына һәм халыҡ педагогикаһын өйрәнеү, уны йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙә файҙаланыу мәсьәләләренә бәйле фәнни-ғәмәли конференция уҙғайны.

Шул айҡанлы 11 июль көнө Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала конференцияның ҡарарына ярашлы «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге БР Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә «Халыҡ педагогикаһын өйрәнеү һәм практикала ҡулланыуҙың әһәмиәте һәм перспективалары» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.

Түңәрәк өҫтәлдең төп маҡсаттарының береһе – халыҡ педагогикаһына мәктәп етәкселәренең, ата-әсәләрҙең иғтибарын йәлеп итеү ине. Түңәрәк өҫтәл эшендә БР Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре, Өфө ҡалаһының милли мәктәптәре етәкселәре ҡатнашты.

Фотогалерея: http://bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=1634&PAGEN_2=2.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46