«ХӘТИРӘЛӘР ЮЛЛАП...»

https://www.traditionrolex.com/46

«ХӘТИРӘЛӘР ЮЛЛАП...» 02.06.2023
28 майҙа башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә БР Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә «ХӘТИРӘЛӘР ЮЛЛАП...» тип аталған әҙәби кисә үтте.

Санкт-Петербургтан килгән Дауыт Юлтыйҙың ейәнсәре Нәйлә Таң ҡыҙы Юлтыева олатаһына бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште.

Сарала шулай уҡ РӘШИТ СОЛТАНГӘРӘЕВТЫҢ ҡыҙы Гөлнара Рәшит ҡыҙы, ДИНИС БҮЛӘКОВТЫҢ ҡыҙы Зөһрә Динис ҡыҙы, РАУИЛ НИҒМӘТУЛЛИНДЫҢ ҡыҙы Шәүрә Рауил ҡыҙы, РАМАЗАН ҠОТОШОВТОҢ ҡыҙы Асия Рамаҙан ҡыҙы, ЗИННУР УРАҠСИНДЫҢ улы Юлдаш Ураҡсин, ИЛШАТ ЙОМАҒОЛОВТОҢ УЛЫ Айсыуаҡ Йомағолов үҙ аталары тураһындағы хәтирәләр менән уртаҡлаштылар.

РАМАЗАН ҠОТОШОВТОҢ ҡыҙы Асия Рамаҙан ҡыҙы атаһы тураһында ғына түгел, ағаһы ҒӘЗИМ ШАФИҠОВ (әсәһенең бер туған ҡустыһы), ФӘРИТ ИҪӘНҒОЛОВ тураһында ла бик ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртҡлашты.

Кисәне Рауил Ниғмәтуллиндың ижадына һәм тормошона арнап эшләнгән видео-презентация ла биҙәне.

Шулай уҡ кисәлә Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Шәйхзада Бабич, Мәжит Ғафури, Арслан Мөбәрәков исемендәге музей хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты, улар үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙылар.

Бүлектә яҙыусыларыбыҙға бағышлап традицион күргәҙмә лә ҡуйылғайны.
Халыҡ-ара «Китап байрамы» йәрминкәһе сиктәрендә ойошторолған был осрашыу бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.


Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46