Бөрйән районының тәүге энциклопедияһының исем туйы үтте

https://www.traditionrolex.com/46

Бөрйән районының тәүге энциклопедияһының исем туйы үтте 17.05.2023
16 май Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында Бөрйән районының тәүге энциклопедияһының исем туйы үтте. Бөрйән районының тарихын, мәҙәниәтен, социаль һәм иҡтисади тормошон үҙ эсенә алған китаптың исем туйы мәртәбәле сараларҙың береһе булып тора.

Сарала Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Бөрйән районынан сыҡҡан күренекле шәхестәр, әҙәбиәт, сәнғәт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең һаулыҡ һаҡлау һәм хеҙмәт Департаментында һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире Вәлиуллин Динар Рәхимйән улы, Башҡортостан республикаһы мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Яримов Альберт Марат улы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлибәков Артур Айҙар улы, Башҡорт энциклопедияһы институтының фән-мәғлүмәт бүлеге етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ишкинина Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы,"Бөрйән энциклопедияһы" эш төркөмө етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Нәфисә Миңлейәр ҡыҙы Сиражитдинова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, 2022 йылда «Йәмәғәт эшмәкәрлеге» номинацияһында «Яҡташтар» проекты еңеүсеһе Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрова, Күренекле дәүләт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Бөрйән районының Почетлы гражданины, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ишморатов Хәләф Хәлфетдин улы, драматург, шағирә Башҡортостан Республикаһы Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы һәм башҡалар ҡатнашты.

«Бөрйән энциклопедияһы» – бөгөнгө көндә Башҡортостандың иң гүзәл төбәге – туризм сәскә атҡан районыбыҙҙың йөҙө, визит картаһы. Уны беҙ ҙур ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ менән һәр теләгән ҡунаҡҡа күрһәтә алабыҙ. Ә иң мөһиме – ул беҙҙең киләсәк быуынға еткерергә мөмкинселек булып тороуы. Үҙ тарихын онотмаған халыҡ ҡына ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ. Беҙ үҙ халҡыбыҙҙың үткән юлын, алдынғы шәхестәребеҙҙең илебеҙ үҫешенә индергән өлөшөн белергә, пропагандаларға бурыслыбыҙ», – ти Ғәзиз Миңлеәхмәт улы.

Башҡортостан Республикаһы VI саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» рәйесе, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Ҡолһарина «Ҡатын-ҡыҙ милләт әсәһе» конкурсында еңеүселәргә бүләктәр тапшырҙы.

«Бик яуаплы, ҡатмарлы һәм күмәк көс талап ителгән эш башҡарылды. Район тарихына, уның шәхестәренә битараф булмаған эшсе төркөм һәм уны ойоштороп, уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте менән ташҡа баҫылды ла инде был энциклопедия», – тине баҫманың төп әйҙәүсеһе Роза Шәриф ҡыҙы Ғүмәрова һәм ошо китапҡа мәғлүмәт туплауҙа ярҙам иткән уҡытыусыларға һәм педагогик хеҙмәт ветерандарына рәхмәтен белдерҙе.

Исем туйында Бөрйән районының бар тарихын үҙенә һыйҙырған энциклопедияның нисек төҙөлгәне хаҡында һүҙ барҙы, шулай уҡ Бөрйән районында тыуып-үҫкән мәҙәниәт эшмәкәрҙәре йыр-моңдары менән сығыш яһаны.

Сарала ошо райондың шағир-яҙыусыларының ижад емештәрен туплаған китаптарҙан «Атайсал – Бөрйән ере» Бөрйән ерлеге һәм якташ языусыларҙың әҫәрҙәренән торған күргәҙмәләр ҙә ҡуйылды.

Фотогалерея: http://bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=1518.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46