Күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы тыуыуына – 130 йыл


Күренекле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы тыуыуына – 130 йыл 17.04.2023
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге башҡорт әҙәбиәтенә, милли матбуғатҡа һәм милли театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, СССР яҙыусыларының 1-се Бөтә Союз съезы делегаты Дауыт Исхаҡ улы Юлтыевтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы видеопрезентация тәҡдим итә. Видеокүргәҙмәлә шағирҙың биографияһы, тормош юлы, уның әҫәрҙәре, ижады һәм ҡәләмдәштәренең иҫтәлектәренә урын бирелгән.

Дауыт Юлтыйҙың беренсе китабы 1921 йылда сыға. Мәскәүҙә ҡыҙыл профессура институтында уҡып ҡайтҡандан һуң Юлтый «Октябрь» журналы мөхәррире була, Башҡортостандың Яҙыусылар союзын ойоштороуҙа ҡатнаша. Был йылдарҙа уның көрәш һәм хеҙмәт пафосы менән һуғарылған «Нефть тураһында әкиәт», «Айһылыу», «Мәйсәрә» поэмалары сыға. Прозаик булараҡ Дауыт Юлтый үҙен «Ҡан» романын да, «Бәләкәй Ҡотош», «Камилә» кеүек хикәйәләрен дә күрһәтә.

Дауыт Юлтый күренекле драматург та була. 1920 йылда яҙылған «Ҡарағол»дан башлап уның пьесалары күп театр сәхнәләрендә ҡуйыла. Шулай уҡ «Һин кем?», «Урланған Көнһылыу», «Тирмәндә», «Табылған Марат», «Йәнтүрә», «Аҡшан батыр», «Маҡтымһылыу» пьесаларыаның авторы булып тора.

Яҙыусы һәм Башҡортостандың йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт әҙәбиәте һәм халыҡ ижады тарихы һәм теорияһы мәсьәләләре буйынса күп ҡыҙыҡлы һәм мөһим мәҡәләләр яҙа. Бына ни өсөн крәҫтиән улы, башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм республикала матбуғат эшен ойоштороусыларҙың береһе Дауыт Юлтыйҙың милли мәҙәниәттәге эҙе тәрән һәм юйылғыһыҙ.

Был йыйынтыҡтар беҙҙең бүлектең фондында һаҡлана һәм күргәҙмәлә урын алған.

Шулай уҡ виртуаль күргәҙмәлә ҡәләмдәштәренең уның ижадына ҡағылышлы иҫтәлектәр һәм архивтан алынған фотоһүрәттәр бирелгән.

Возврат к списку