Фондта – яңы китап

https://www.traditionrolex.com/46

Фондта – яңы китап 24.03.2023
23 мартта башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы, Башҡорт Үргене ауылының Маҡтаулы гражданы, ғүмеренең утыҙ ете йылын мәктәпкә бағышлаусы Солтанбаев Юлай Вәли улының «Башҡорт Үргене ауылы. Дәүерҙәр һәм шәхестәр» тип аталған китабының исем туйы үтте. Китаптың исем туйы менән ҡотлап Башҡортостан Республикаһының Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының ғилми секретаре Әғлиуллина Клара Ишбулды ҡыҙы Юлай Вәли улы тураһында матур тәъҫораттары менән бүлеште.

Презентацияла Үрген балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе, Салауат, Мәләүез райондары мәктәптәре директоры, Мәләүез районы мәғариф бүлеге һәм Башҡортостан мәғариф министрлығы бүлеге етәксеһе Әлимбәтов Зәкәриә Далха улы, 1980 – 1989 йылдарҙа Ейәнсура районы етәксеһе, КПСС район комитетының I секретаре, Үрген урта мәктәбенең яңы бинаһын төҙөү инициаторы Ирек Шаһиев, Өфө Дәүләт сәнғәт институтының кафедра мөдире, Башҡортостан ҡурайсылар союзы рәйесе, 2013-2014 йылдарҙа Үрген мәктәбенең ҡурай һәм ҡумыҙ түңәрәктәре етәксеһе Артур Ғайсаров, филология фәндәре докторы, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Хәҙисә Солтанбаева, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбаҡов, «Башҡортостан» гәзитенең махсус хәбәрсеһе Илдар Аҡъюлов, тарих фәндәре кандидаты Азамат Аҡъюлов, атаҡлы геолог Басир Мәһәҙиевтың тормош иптәше, китапханасы Сәүиә Мәһәҙиева, Ейәнсура яҡташтар берлеге идараһы рәйесе Аҡманов Азат Азамат улы, Ейәнсуранан уҡытыусылар - Рафаэль һәм Рәйсә Хасановтар, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары ҡатнашты. Шулай уҡ Иҫәнғол китапханаһынан онлайн-бәйләнешкә лә сыҡтылар.

Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы тәҡдим иткән «Замандаш» проектын ҡарап, ҡунаҡтар Юлай Вали улының тыуған яғын, уның кешеләрен шул тиклем яратҡанын, һоҡланғанын һәм ғорурланғанын тойҙо. Ейәнсура районының Үрген ауылы бай тарихы, иҫ киткес хозур тәбиғәте, күңеле матур халҡы менән дан тотоуы тураһында китап аша танышырға була. Был ауыл атаҡлы сәсән Ерәнсәнең дә тыуған ере. Уның ҡатыны, ил инәһе Бәндәбикә, Үргенгә килен булып төшкән. Китаптың исем туйы Ерәнсә сәсән, Бәндәбикәләр рухы һаҡланған төбәк менән танышыуҙан башланып китте. Китаптың эстәлеге «Жизнь замечательных людей» серияһын хәтерләтә. Уның геройҙары – сығышы менән ябай ауыл кешеләре. Әммә уларҙың һәр береһе мәртәбәле, абруйлы шәхестәр була алғандар. Әйтерһең, Үрген ауылы – ул үҙе бер айырым утрау. Һәм унда бер ниндәй ҙә әшәкелек, бысраҡлыҡ инә алмай, кешеләре лә матурҙар, күркәмдәр.

Юлай Вәли улы Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуа. Үрген урта мәктәбен һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. 1977-2014 йылдарҙа ул Үрген урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғын, тарихын, кешеләрен өйрәнеп мәҡәләләр баҫтыра. Һәм ошо мәҡәләләр «Башҡорт Үргене ауылы. Дәүерҙәр һәм шәхестәр» китабына әүерелә. Юлай Вәли улы Солтанбаев «Ейәнсура районының маҡтаулы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе» исеменә лайыҡ булды. Башҡорт Үргене ауылының Почетлы гражданы.

Фотогалерея: http://bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=1440.


Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46