«Был ерҙе мин матурларға тыуҙым…»


«Был ерҙе мин матурларға тыуҙым…» 21.02.2023
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге Башҡортостандың Халыҡ шағиры, драматург, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев тыуыуына 95 йыл тулы айҡанлы «Был ерҙе мин матурларға тыуҙым…» тип исемләнгән презентацияһын тәҡдим итә.

Видеокүргәҙмәлә шағирҙың биографияһы, тормош юлы, уның әҫәрҙәре, ижады һәм ҡәләмдәштәренең иҫтәлектәренә урын бирелгән.

Әнгәм Атнабаев әҙәбиәткә XX быуаттың илленсе йылдарында килә. Уның «Йөрәк менән һөйләшеү» исемле тәүге шиғыр йыйынтығы 1958 йылда донъя күрә. Артабанғы дүрт тиҫтә йыл ижады һөҙөмтәһендә егерменән артыҡ китап нәшер итә. 1972 йылда «Йөрәгем юлдары» тигән поэтик йыйынтығы өсөн Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы бирелә.

Ә. Атнабаев үҙен оҫта драматург итеп тә танытты. Уның «Ул ҡайтты», «Йәйҙең һуңғы көнөндә», «Әсә хөкөмө», «Игеҙәктәр», «Законлы никах менән», «Шоңҡар», «Ут», «Хушығыҙ, хыялдарым», «Юлдар өҙөлгән ваҡыт» кеүек пьесалары башҡорт драматургияһының үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Ул драма әҫәрҙәренең бөтәһе лә тиерлек М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә лә, башҡа театрҙарҙа ла оҙаҡ йылдар ҡуйыла барҙы һәм әле булһа ла ҡуйыла. Әйтергә кәрәк, уларҙан башҡа Ә.Атнабаев бер шаршаулы пьесалар, скетч, интермедиялар ҙа яҙҙы.

1997 йылда Әнғәм Атнабаевтың күп йыллыҡ һәм төрлө жанрҙарҙағы емешле ижады тейешле һәм юғары баһаһын ала: уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Был йыйынтыҡтар беҙҙең бүлектең фондында һаҡлана һәм күргәҙмәлә урын алған.

Шулай уҡ виртуаль күргәҙмә ҡәләмдәштәренең уның ижадына ҡағылышлы иҫтәлектәр һәм архивтан алынған фотоһүрәттәр менән бирелгән.
«Йәшлек менән осрашыу» (1961), «Мин һиңә өндәшәм» (1963) «Мөхәббәтем, һағышым» (1968), «Йөрәгем юлдары» (1971), «Ты всегда со мной» (1972), «Йылдарҙан йырҙар ҡала» (1975), «Мелодии колокольчика» (1978), «Мөхәббәт юлы» (1982), ике томда «Әҫәрҙәр» йыйынтығы (1988) һәм башҡалар.

Ә. Атнабаевтың ижадының асылын тыуған ер, тыуған ил, мөхәббәт, замандаштар, йәшәү һәм үлем, кешелек, Ер шары хаҡында борсолоу кеүек темалар билдәләне. Шағирға тыуған яғының һәр мөйөшө яҡын һәм ғәзиз, уның өсөн хатта туҙаны ла ҡәҙерле, һауаһы ла дауа кеүек.
Уның шиғырҙарына йырҙар ҙа яҙылды һәм бына инде оҙаҡ йылдар уңышлы башҡарылып килә («Аҡҡан һыуҙар шундай ярһыу ине» (М.Хөсәйенов муз.), «Яҙҙар булһа...» (Н. Сабитов муз.), «Мөхәббәт шаярмай» (Р. Хәсәнов муз.), «Ғәлиә һәм Заһир йыры» (Р. Хәсәнов муз.) һ.б.

Возврат к списку