Китапханала – яңы күргәҙмә

https://www.traditionrolex.com/46

Китапханала – яңы күргәҙмә 01.02.2023
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге РСФСР-ҙың һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1972) лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993) Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йыл тулыуы уңайынан видеопрезентация тәҡдим итә.

Видеопрезентация өс бүлектән тора. Беренсе бүлектә авторҙың башҡорт әҙәбиәте һәм туған яҡты өйрәнеү бүлегендә һаҡланған китаптары һәм уның ижады һәм тормошона бағышланған әҙәбиәт урын алған.

Назар Нәжми үткән быуаттың утыҙынсы йылдар аҙағында яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары 1937 йылда республика гәзиттәрендә баҫыла, 1950 йылда «Тамсылар» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабан «Тулҡындар» (1955), «Көтөлмәгән ямғыр» (1960), «Ер һәм йыр» (1962), «Шиғырҙар һәм поэмалар» (1964) тигән поэтик китаптары баҫылып сыға.

Икенсе бүлектә ҡәләмдәштәренең Н. Нәжмиҙең ижадына ҡағылышлы иҫтәлектәр-бағышлауҙар урын алған.

Шағир драматургия өлкәһендә лә әүҙем ижад итә. Уның «Яҙғы йыр» (1961), «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ» (1966), «Егет егетлеген итә», «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән», «Ҡыңғыраулы дуға», «Әтәмбәй» пьесалары ҙур уңыш менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәләрендә үҙ урынын лайыҡлы тапты. Был йыйынтыҡтар бүлектең фондында һаҡлана һәм күргәҙмәлә урын алған.

Күргәҙмәнең өсөнсө бүлегендә архивтан алынған ғаилә һәм ҡәләмдәштәре менән фотоһүрәттәр, уның исеме бирелгән мәктәп-гимназия, тыуған ауылында урынлашҡан йорт-музейы фотоһүрәттәре лә урын алған.

Видеопрезентацияны Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған көйҙәр биҙәй.

Күргәҙмәне YouTube һәм RuTube каналында ҡарай алаһығыҙ.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46