Күренекле шағир, ғалим, уҡытыусы


Күренекле шағир, ғалим, уҡытыусы 02.12.2022
Күренекле башҡорт шағиры, әҙәби тәнҡитсе, ғалим-педагог, профессор, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Фәнил Тимерйән улы Күзбәков 2 декабрҙә ғүмер байрамын – 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың «Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү» бүлеге үҙ сиратында Күзбәков Фәнил Тимерйән улының тыуған көнөнә арнап «Күренекле шағир, ғалим, уҡытыусы» исемле презентацияһын әҙерләне: http://vistavki.bashnl.ru/index.php/nggallery/virtualnye-vystavki/k-renekle-sha-ir-alim-u-ytyusy-pro....

Күргәҙмә бер-нисә өлөштән тора һәм бында китапхана фондында булған яҙыусының китаптары, ваҡытлы баҫмала сыҡҡан мәҡәләләр, шулай уҡ юбилярға арнап яҙылған хеҙмәттәр сағылдырыла. Тәүҙә яҙыусының ҡыҫҡаса тормош һәм ижад юлы яҡтыртыла. Киләһе слайдтарҙа Фәнил Күзбәковтың китаптары, ғилми эштәре, шиғырҙар йыйынтыҡтары урынлашҡан.

Фәнил Күзбәков – өс йөҙ самаһы фәнни, фәнни-популяр хеҙмәт, шулай уҡ Башҡортостан мәҙәниәте буйынса студенттар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн әсбаптар авторы.

Уның фәнни тикшеренеүҙәре башҡорттарҙың рухи һәм матди мәҙәниәтенә, республикала башҡорт журналистикаһының, киң мәғлүмәт сараларының формалашыуына һәм үҫешенә арналған.

Ғиниәт Ҡунафин, Тимер Йосопов, Зәки Әлибаев кеүек билдәле әҙиптәр Фәнил Тимерйән улы ижады, фәнни эшмәкәрлеге хаҡында мәҡәләләре һәм китаптары урын ала.

Шағирҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр тәҡдим ителә. Һәр бер бүлектә темаға ҡағылышлы библиографик яҙма менән китаптар тәҡдим ителә.

Шулай уҡ күргәҙмәлә һеҙ яҙыусының тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, билдәле шәхестәрҙең автор тураһында уй-фекерҙәре менән таныша алаһығыҙ. Күргәҙмәне архивтан алынған фотоһүрәттәр биҙәй.



Возврат к списку