«Ихлас ижадсы» видеопрезентацияһына рәхим итегеҙ

https://www.traditionrolex.com/46

«Ихлас ижадсы» видеопрезентацияһына рәхим итегеҙ 08.07.2022
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге яҙыусы, фольклорсы ғалим, әҙәбиәт белгесе Кирәй Мәргәндең (Кирәев Әхнәф Нурый улы) тыуыуына 110 йыл тулыуы уңайынан «Ихлас ижадсы» тип исемләнгән видеопрезентацияһын тәҡдим итә.

Видеокүргәҙмә өс өлөштән тора. Беренсе өлөшөндә яҙыусының биографияһы, тормош юлы, икенсе өлөшөндә уның әҫәрҙәре, ижады һәм өсөнсө өлөшөндә ҡәләмдәштәренең иҫтәлектәренә урын бирелгән.

Әхнәф Кирәев әҙәбиткә уҙған быуаттың 30-сы йылдарында аяҡ баҫа. 1938 йылда баҫылған «Бүләгем» исемле хикәйәләр йыйынтығы – яҙыусының беренсе китабы. Унан һуң «Ҡабалан кеше» (1940), «Эҙләнеү» (1939) хикәйәләре, «Бер ғаиләлә» (1942) пьесалары, «Башҡорттар» (1943) хикәйәләр һәм очерктар йыйынтығы, «Һуғыш фольклоры» (1944) һәм башҡа йыйынтыҡтарын ижад итә. Артабан ул «Нарыштау итәгендә» (1951), «Бөркөт ҡанаты» (1981-1985) романдары кеүек киң билдәле әҫәрҙәренең авторы булараҡ киң танылыу ҡаҙана.

Әхнәф Нурый улы яҙыусы һәм ғалим эшмәкәрлеген бер юлы уңышлы алып барҙы. «Халҡ күңеленең көҙгөһө» (1960), «Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары» (1961), «Башкирский народный героический эпос» (1970), «Башҡорт халыҡ ижады» (1981) һәм башҡа китаптары төрлө экспедицияларҙа йөрөп йыйған ҡиммәтле ғилми хеҙмәттәре булып тора.

Был йыйынтыҡтар беҙҙең бүлектең фондында һаҡлана һәм күргәҙмәлә урын алған.

Шулай уҡ виртуаль күргәҙмә ҡәләмдәштәренең уның ижадына ҡағылышлы иҫтәлектәр һәм архивтан алынған фотоһүрәттәр менән биҙәлгән.

«Ихлас ижадсы»: https://youtu.be/OmtW2EdsfrA.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46