Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте делегацияһының Үзбәкстанда үткән рәсми осрашыу ваҡытында Үзбәкстан китапханаларына тантаналы рәүештә китаптар бүләк ителде

https://www.traditionrolex.com/46

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте делегацияһының Үзбәкстанда үткән рәсми осрашыу ваҡытында Үзбәкстан китапханаларына тантаналы рәүештә китаптар бүләк ителде 21.06.2022
2022 йылдың май айында Ә.З.-Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән Үзбәкстандағы Алишер Навои исемендәге китапханалар араһындағы Меморандумға ҡул ҡуйыу сиктәрендә башҡорт һәм урыҫ телдәрендә сыҡҡан ғилми, уҡыу-уҡытыу һәм нәфис әҙәбиәт буйынса китаптар биреү ойошторолдо.

Тантанала Башҡортостан Республикаһы Премьер Министрыныңберенсе урынбаҫары Азат Бадранов һәм Мәҙәниәт Министры Әминә Шафикова ҡатнашты.

Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә, «Башҡорт энциклопедияһында» (М. Ғафури, З. Биишева, Я. Хамматов) башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан,шулай уҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында сыҡҡан Башҡортостан тарихы, этнографияһы һәм мәҙәниәтебуйынса китаптар, ете томлыҡ «Башҡорт халыҡының тарихы»исемле китаптары бүләк ителде.
Килешеүсе яҡтар осрашыуҙа үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм мәҙәни сараларҙы бергә әҙерләү, тормошҡа ашырыу, тәжрибә менән алмашыныу, халыҡты мәғлүмәти яҡтан хеҙмәтләндереү, шулай уҡ ҡулланыусыларға китапханала библиографик яҡтан ярҙам күрһәтеүҙераҫланылар.


Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46