Милли китапханала – ижади кисә

https://www.traditionrolex.com/46

Милли китапханала – ижади кисә 20.04.2022
Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың 2 корпусында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы һәм режиссер Сәйҙә Ильясованың «Ғүмерҙең йәмле сағы» тигән китабының исем туйы үтте.

Илһамлы ижад, китаптың тарихы тураһында фекер бүлеште ижадсы.

Осрашыуҙа мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа булды: билдәле композитор Айһылыу Сәлмәнова, К.Жубанов исемендәге Актүбә региональ университеты докторанты Жазыкова Раушан Балғали ҡыҙы ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Шулай уҡ Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры урынбаҫары Люциә Шәрифйән ҡыҙы Ильясова ижадсыны тәбрикләне.

Сараны Сәйҙә Ғәли ҡыҙы Ильясова үҙенең йырҙары, мөнәжәттәре менән биҙәне, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарының һорауҙарына яуап бирҙе.

Осрашыуҙы Гүзәл Сәлихова алып барҙы.

Фотогалерея: http://bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=993.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46