Китапхана уҡыусылары яҙыусылар менән осрашты

https://www.traditionrolex.com/46

Китапхана уҡыусылары яҙыусылар менән осрашты 15.04.2022
Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың 2 корпусында күренекле шағир, драматург, журналист һәм тәржемәсе Искәндәриә (Юлдашева Тамара Ишбулды ҡыҙы) менән осрашыу үтте.

Шағирә Зәйнәп Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Һайланма әҫәрҙәр» шиғри йыйынтығының исем туйын үткәрҙе.

Матур тормош юлдары, илһамлы ижад һәм ижадының алтын емештәре тураһында, ошо мәртәбәле тос китаптың барлыкка килеүе хаҡында һөйләшеү, фекер алышыу булды. Сарала шағирәнең ҡунаҡтары, ҡәләмдәштәре һәм дуҫтары ҡатнашты. Шағирәне ҡотлауҙарға Федераль милли-мәҙәни автономия етәксеһе Искәндәр Хисмәтулла улы Юлдашев, Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры урынбаҫары Әлиә Минзәкир кыҙы Фәтхетдинова ла ҡушылды. Бынан тыш, шәғирәнең ижадын баһалап, Рәсәй Федерация Советының фән, ғилем һәм мәҙәниәт буйынса комитеты етәксеһе Лилиә Ғүмәрова лә үҙенең ҡотлауҙарын ебәрҙе.

Байрамға Тамара Искәндәриәнең шатлығын бүлешергә ҡәләмдәштәре, ижадташ дуҫтары йыйылғайны. Улар – филология фәндәре кандидаты, Башкортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, хәҙерге ваҡытта Мәжит Ғафуриҙың мемориал йорт-музейы мөдире – Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләкова, билдәле яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Фәрзәнә Акбулатова, шағирә Лилиә Кәйепова-Һаҡмар һәм дә «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева шағирә ижадына юғары баһа биреп үттеләр. Кескәй Камиланың башҡортса бер шәлкем шиғырҙар һөйләүе барыһына ла окшаны. Азербайджан шағиры, тәржемәсе Балоглан Йәлил башҡорт шағирәһе менән һоҡланыуын белдерҙе. Тамара Искәндәриәнең шиғырҙары һәм уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисы Венера Юлгилдина башкарҙы.

Мәғлүмәт: Искәндәриә (Юлдашева Тамара Ишбулды кыҙы) – Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараһы хеҙмәткәре.

Фотогалерея: http://bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=984.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46