Киләсәккә хат яҙам

https://www.traditionrolex.com/46

Киләсәккә хат яҙам 13.04.2022
Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, билдәле тележурналист Гөлдәриә Йосопованың шиғырҙар китабының исем туйы үтә.

"Киләсәккә хат яҙам" тип исемләнгән баҫма – авторҙың тәүге китабы. Йыйынтыҡҡа Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙының төрлә йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, шулай уҡ йырҙарына көйҙәр ижад ителгән әҫәрҙәре индерелгән.

Әҙәби кисәлә китап авторының ижадташ дуҫтары һәм һабаҡташтары, хеҙмәттәштәре ҡатнаша.

Журналисты тәүге китабы менән ҡотларға Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, билдәле яҙыусылар һәм шағирҙар, республика матбуғат баҫмалары вәкилдәре, ғалимдар һәм йәмәғәтселәр саҡырылған. Автор һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы Фәрхәт Ғәйнетдинов, Лариса Кирәева, Гөлйемеш башҡарасаҡ. Автор үҙе һәм уның ижадын һөйөүселәр шиғырҙарын уҡып ишеттерәсәк. Исем туйында Гөлдәриә Йосопованың автографы менән китап һатыу ҙа ойошторола.

Үткәреү урыны: РБ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге (Өфө ғ., Ленин ур., 4, 1 этаж).

Башлана: 15.00 сәғ.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46