«Йырҙарыбыз, көйҙәребеҙ» проекты старт алды


«Йырҙарыбыз, көйҙәребеҙ» проекты старт алды 06.04.2022
5 апрель Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән Ҡурайсылар союзы араһында хеҙмәттәшлек килешеүенә ҡул тамғалар ҡуйылды. Документтҡа Ҡурайсылар союзы исеменән Артур Ғайсаров ҡул ҡуйҙы, Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана яғынан – Марат Зөлҡәрнәйев.

Тәүге ойошторолған сара булып, "Йырҙарыбыз, көйҙәребеҙ" проекты старт алды. Был проект эсендә Өфө сәнғәт училищеһы һәм Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары, китапхана ҡунаҡтары Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры "Илсе Ғайса"ны, шулай уҡ Артур Ғайсаров менән Венер Йылҡыбаев башҡарыуында ҡурай көйҙәрен тыңланылар. Сараны Артур Ғайсаров һәм Гүзәл Сәлихова алып барҙылар.

Был сарала филология фәндәре докторы Миңлеғәли Наҙерғолов, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, Башҡортостан республикаһының милли архивы генеология һәм күргәҙмә нәшриәт баҫма эштәре буйынса бүлек мөдире Зөлфәр Ғәтиәтуллин, сәнғәт институты уҡытыусылары һ.б. ҡатнашты.

Студентарға “Илсе Ғайса” йырының тарихын, йырҙың авторы Ғайса Ахун Рәсүлев тураһында мәғлүмәт бирелде. Осрашыу аҙағында йомғаҡлау һүҙе менән Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәйев сығыш яһаны. Киләсәктә хеҙмәттәшлекте нығытырға һәм файҙалы эшкә саҡырҙы.

Фотокүргәҙмә: http://bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=966.

Возврат к списку