Ҡара-ҡаршы һөйләшеүҙә – композитор Айрат Ғайсин

https://www.traditionrolex.com/46

Ҡара-ҡаршы һөйләшеүҙә – композитор Айрат Ғайсин 22.03.2022
Милли китапханала республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашыуҙар дауам итә.

Ошо арала Милли китапхананың икенсе корпусына композитор Айрат Ғайсин килеп ҡайтты. «Осрашыу» диалог клубы сиктәрендә уҙған ҡара-ҡаршы һөйләшеүҙә Айрат Рәшит улы үҙенең ижады, яратҡан китаптары тураһында һөйләне.

Айрат Рәшит улы Ғайсин - композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәсәй һәм Башҡортостан композиторҙар берлеге ағзаһы. Өфө ҡалаһының 7-се һанлы балалар музыка мәктәбе директоры.

Ҡара-ҡаршы һөйләшеүҙе Гүзәл Сәлихова алып барҙы: https://youtu.be/dF9acnwovTA.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46