Милләтебеҙҙең гүзәл заттары

https://www.traditionrolex.com/46

Милләтебеҙҙең гүзәл заттары 05.03.2022
8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Ул яҙҙың иң матур, һоҡланғыс һәм күркәм байрамдарының береһе.

Ҡатын-ҡыҙ – ул тулы бер донъя, уның күңеленә мөхәббәт тә, гүзәллек тә, йомшаҡлыҡ та, иң көслө Әсә хистәре лә, ғаилә усағы йылыһы ла һыйған.

Бөгөн ҡатын-ҡызҙарҙың күпселеге эш менән мәшғүл. Улар бала ла үҫтерә, йортто ла ҡарай – уны яҡты һәм йылы итә, өҫтәүенә, карьера яһай һәм ошо мең төрлө мәшәҡәттәргә сумып ҡалмайынса, үҙенең нәзәҡәтлелеген дә һаклай белә. Быларҙы бары тик ҡатын-ҡыҙ ғына булдыра ала.

Ошо байрам уңайынан ваҡытлы матбуғат бүлегендә «Милләтебеҙҙең гүзәл заттары» / «Прекрасная половина нашей нации» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Бында башҡала һәм республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә йәшәгән, хеҙмәт иткән, төрлө вазифалар биләгән милләтебеҙҙең тырыш, талантлы, эшһөйәр, иң күренекле гүзәл заттары күрһәтелгән. Улар араһында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова, прозаик, драматург Таңсулпан Ғарипова, билдәле диктор Флүрә Мурзина, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәшиҙә Туйсина, шағирә Тамара Ғәниева, билдәле спортсы Ләйсән Үтәшева һ.б. бар.

Уларҙың исемдәре һәр ваҡыт түрҙә, һәр кемдең телендә. Үҙ эше, эшмәкәрлеге менән халҡым, ерем, илем, тип янып йәшәгән һәм йәшәй улар. Күргәҙмәләге барлыҡ билдәле ҡатын-ҡыҙҙар бөгөнгө йәш быуын өсөн өлгө булып тора.

Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар! Ысын йөрәктән һеҙҙе иң матур яҙғы байрам – Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ!

Фотогалерея: http://bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=897.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46