Яңы виртуаль күргәҙмәгә рәхим итегеҙ

https://www.traditionrolex.com/46

Яңы виртуаль күргәҙмәгә рәхим итегеҙ 11.02.2022
Ваҡытлы матбуғат бүлеге үҙенең уҡыусылары өсөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа 90 йыл тулыу уңайынан «Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр, серем ҡалыр, бәлки, күптәргә» тип аталған виртуаль күргәҙмә әҙерләне.

Рәми Ғарипов үҙенең ижадында тыуған ерен, унда йәшәгән халыҡ тормошон, уй-кисерештәрен, туған телгә булған мөнәсәбәтен сағылдыра. Ул шиғырҙар, поэмалар, хикәйәттәр, ҡобайырҙар ижад итеүсе һүҙ оҫтаһы ла була.

Был күргәҙмәлә шағирҙың тормош юлы һәм ижады, ата-әсәһе, ғаиләһе тураһында мәғлүмәт тупланған. Виртуаль күргәҙмәлә шағирҙың беренсе ижад иткән «Ленин», «Дуҫтарға» тип исемләнгән шиғырҙары менән дә таныша алаһығыҙ. Бынан тыш уның башҡа төрлө шиғырҙарын да күрергә мөмкин.

Шулай уҡ күргәҙмәлә Р.Ғарипов үҙе уҡыған, һуңынан уның исеме бирелгән мәктәп-интернат, тыуған ауылында урынлашҡан йорт-музейы фотоһүрәттәре лә урын алған.

Видеовыставка: https://youtu.be/SjR5P3MDK-Y.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46