Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр, серем ҡалыр, бәлки, күптәргә

https://www.traditionrolex.com/46

Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр, серем ҡалыр, бәлки, күптәргә 10.02.2022
Ваҡытлы матбуғат бүлегендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев премияһы лауреаты Рәми Ғариповҡа 90 йәш тулыуға арналған «Һеҙгә бары йырым ғына ҡалыр, серем ҡалыр, бәлки, күптәргә» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Бында һеҙ шағирҙың тормош юлы, ғаиләһе, ижады, уның дуҫтары һәм ҡәләмдәштәренең иҫтәлектәре менән таныша алаһығыҙ.  

Рәми Ғарипов ҡыҫҡа ғына ғүмерендә үлемһеҙ әҫәрҙәр яҙып, исемен шиғриәттә һәм халыҡ күңелендә мәңгелеккә ҡалдырҙы.

Шағирҙың «Ленин», «Дуҫтарға» тип исемләнгән тәүге шиғырҙары 1950 йылда «Әҙәби Башҡортостан» (хәҙерге «Ағиҙел») журналында баҫылып сыға. Быларҙың барыһы менән дә күргәҙмәлә таныша алаһығыҙ.

Һеҙгә тәҡдим ителгән матбуғат баҫмаларында – «Ватандаш» (2007 й.) журналының 2-се һанында үҫмер Рәмиҙең тәүге проза әҫәре, бығаса бер ҡайҙа ла нәшер ителмәгән, 1946 йылда баҫылған «Бала саҡтар» документаль повесы бар. Шул уҡ журналдың (2002 й.) 2-се һанында Рәми Ғариповтың тормош иптәше Надежда Васильевна менән журналист Сәлимйән Бәҙретдиновтың «Йәнем башҡорт өсөн һыҙлай» тип аталған әңгәмәһе сыға.

«Ағиҙел»дең (2002 й.) 2-се һанында, «Балҡып тора уның намыҫы» мәҡәләһендә, шағирҙың уҡытыусыһы Мөсәлиә Хәйруллина Рәми Ғариповтың ижадын, тормош юлын иҫкә алып үтә.

«Ағиҙел» журналының (1999 й.) 2-се һанында Р.Бикбаев менән Р.Йәнбәктең шағирға арналған шиғырҙарын да күрәһегеҙ. Шулай уҡ бында Р.Ғариповтың төрлө йылдарҙа сыҡҡан шиғырҙары ла урын алған.

Күргәҙмә февраль айының аҙағына тиклем эшләйәсәк. Барыһын да ваҡытлы матбуғат бүлегендә көтөп ҡалабыҙ.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46