Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарҙың 80 йәше тулыуы айҡанлы

https://www.traditionrolex.com/46

Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назарҙың 80 йәше тулыуы айҡанлы 14.01.2022
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге журналист-публицист һәм тәржемәсе, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Рәми Ғарипов һәм Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Хәсән Назарҙың 80 йәшлек юбилейына арналған «Уйы тәрән, рухы юғары»тип исемләнгән традицион күргәҙмәһен тәҡдим итә.

Әҙәбиәткә һәм шиғриәткә үҫмер осоронан тартылған әҙип тәүге аҙымдарын уҙған быуаттың 60-70-се йылдарында яһай. 1971 йылда уҡыусыларға «Бөркөттәр төйәге» тигән беренсе йыйынтығын тәҡдим итә. Хәсән Назар ижадына милли колорит, ассоциатив образлылыҡ хас. “Шоңҡар сөйәм” (1992), “Заман заңы” (1995) китаптарына ингән әҫәрҙәрендә шағир милләттең бөгөнгөһө һәм киләсәге, хәҙерге замандың әхлаҡи мәсьәләләре тураһында уйлана.

Авторҙың билдәле «Бөркөттәр төйәге» (1971), «Асманға ашыу» (2000), «Ғүмер һәм дәүер» (2008) исемле әҫәрҙәре һәм шулай уҡ 2017 йылда баҫылып сыҡҡан «Һайланма әҫәрҙәр» беҙҙең күргәҙмәлә урын алған. Был уҡыусыларҙың яратып уҡыған һәм йыш ҡулланылған әҫәрҙәре булып беҙҙең фондта һаҡланалар.

Шулай уҡ шағирҙың ваҡытлы баҫмаларҙа баҫылған мәҡәләләре лә күргәҙмәне өҫтәмә тулыландыра.

Уйы тәрән, рухы юғары шағирҙың әҫәрҙәре милли аһәң, донъяға фәлсәфи ҡараш менән һуғарылған, заман заңына сорналған.



Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46