Башҡорт яҙыусыһы Динис Исламовтың 100 йыл тулыуына


Башҡорт яҙыусыһы Динис Исламовтың 100 йыл тулыуына 17.12.2021
Яҙыусы, журналист һәм талантлы прозаик Динис Фәтхи улы Исламовтың 100 йыл тулыуына арналған «Ихлас ҡәләм оҫтаһы» исемле традицион күргәҙмә башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге тарафынан әҙерләнде.

Динис Исламов әҙәбиәткә шиғырҙар яҙып аяҡ баҫа, 1950 йылдарҙа ул проза жанрына күсә. «Ураҡ өҫтө» хикәйәһе сыҡҡандан һуң, ул үҙен прозаик итеп таныта. 1953 йылда сыҡҡан «Беренсе көн» тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығы яҙыусының тәүге китабы. «Ҡыҙҙар» (1955), «Өс осрашыу» (1964) йыйынтыҡтарында ауыл кешеләре тормошон, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт тойғоларын еңелсә юмор менән һүрәтләй. Яҙыусы артабан да повесть жанрында уңышлы ижад итә: «Ғүмер юлдары» (1960), «Ысын күңелдән һөйләшеү» (1967), «Зелов тауҙары» (1970), кеүек заманы өсөн актуаль, социаль йәһәттән үткер зиһенле әҫәрҙәре донъя күрә. Был йыйынтыҡтар беҙҙең бүлектең фондында һаҡлана һәм күргәҙмәлә урын алғандар.

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры һуғыштың иң дәһшәтле тәүге осорон һүрәтләгән «Мәскәү юлы» (1968) романы менән башҡорт романистикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында әҙип «Көньяҡ ҡояшы» тигән романы өҫтөндә эшләй, тик уны тамамларға өлгөрмәй.

Яҙыусының ваҡытлы баҫмаларҙа баҫылған әҫәрҙәре лә беҙҙең күргәҙмәне өҫтәмә тулыландыра.





Возврат к списку