Яҙыусы, публицист һәм ғалим тураһында


Яҙыусы, публицист һәм ғалим тураһында 20.12.2021
19 декабрҙә билдәле яҙыусы, публицист, филология фәндәре докторы, профессор Килмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улының тыуыуына – 80 йыл.

Ошо уңайҙан башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге үҙенең уҡыусылары иғтибарына Тимерғәле Килмөхәмәтовтың тормош юлы һәм ижадына бағышланған «Ижадында – илһөйәрлек рухы» тип исемләнгән күргәҙмә әҙерләне.

Күргәҙмәлә авторҙың башҡорт әҙәбиәте һәм туған яҡты өйрәнеү бүлегендә һаҡланған китаптары һәм уның ижады һәм тормошона бағышланған әҙәбиәт урын алған.

Авторҙың «Күк тояҡҡай» (1972), «Хаҡлыҡ үлмәй» (1991), «Йәнкиҫәк» (2001) һ.б. йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләре һәм повестарын уҡыусылар бик яратып уҡый.

Тимерғәли Килмөхәмәтовтың фәнни хеҙмәттәре башҡорт драматургияһының поэтикаһын өйрәнеүгә, әҙәбиәт ғилеме методологияһына, әҙәби портреттар ижад итеүгә арналған.Ул «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990-1996) баҫмаһы авторҙарының береһе; 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Тимерғәле Килмөхәмәтов әҫәрҙәре тормош ысынбарлығын ышандырырлыҡ итеп һүрәтләүе менән уҡыусыларҙы йәлеп итә. Яҙыусының ябай, аңлайышлы теле, һүрәтләү оҫталығы хикәйә һәм повестарҙың бәҫен тағы юғары күтәрә, уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә.

Фән донъяһында ул эшһөйәр ғалим, танылған әҙәбиәт белгесе, тәнҡитсе булараҡ та танылыу алды.



Возврат к списку