«Аҡмулланың аҡ юлы»


«Аҡмулланың аҡ юлы» 14.12.2021
Аҡмулла… Был исем беҙҙең аңыбыҙҙа күптән инде ысын мәғәнәһендә халыҡ уйына, халыҡтың иң яҡты идеалдарына, юғары шиғриәткә тоғролоҡ символына әйләнгән.

Аҡмулла шиғриәте – үҙе бер донъя. Унда заманаһының моң-һағышы ла, аһ-зар аша яңғырар ҡыуаныс ауаздары ла, уй-хыялдары һәм ынтылыштары ла ифрат асыҡ сағыла. Бар булмышын халыҡҡа хеҙмәт итеүгә арнаған был әҙип, ағастан-ағасҡа ҡунып һайраған һандуғас шикелле, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә күсә йөрөп ижад иткән.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың «Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү» бүлеге үҙ сиратында мәғрифәтсе-шағир Аҡмулланың тыуған көнөнә арнап үҙенең «Аҡмулланың аҡ юлы» исемле видеокүргәҙмәһен әҙерләне.

Күргәҙмә бер-нисә өлөштән тора һәм бында китапхана фондында булған Аҡмулла ижадына ҡағылышлы бөтә әҙәбиәт сағылдырыла. Тәүҙә яҙыусының ҡыҫҡаса тормош һәм ижад юлы яҡтыртыла.

Киләһе слайдтарҙа Аҡмулланың китаптары, шиғырҙар йыйынтыҡтары урынлашҡан - улар Әхнәф Харисов, Әхәт Вилданов, Рәшит Шәкүр, Ғиниәт Ҡунафин кеүек билдәле әҙиптәрҙең ижады һәм уларҙың Аҡмуллаға булған ҡарашы аша яҡтыртыла. Шағирҙың “Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе”, «Аҡыл”, «Инсафлыҡ”, “Атайыма хат”, “Нуржанға, “Урыным – зиндан” кеүек шиғырҙарынан өҙөктәр тәҡдим ителә.

Шулай уҡ “Бағышлауҙар” тип аталған бүлектә Рауил Бикбай, Гөлфиә Юнысова, Ҡәҙим Аралбаев, Рауил Ниғмәтуллин һәм башҡа шағирҙарыбыҙҙың Аҡмуллаға арналған әҫәрҙәренән өҙөктәр бирелә.

Киләһе «Аҡмулла сәнғәттә», «Мәңге халыҡ хәтерендә» исемле бүлектә Аҡмулланың шиғырҙары, ижады, яҡты исеме халыҡ күңелендә мәңгегә һаҡланыуы, уның исемен мәңгеләштереү хаҡында һүҙ бара. Һәр бер бүлектә темаға ҡағылышлы библиографик яҙма менән китаптар тәҡдим ителә.

Шулай уҡ видеокүргәҙмәлә һеҙ мәғрифәтсе-шағирҙың тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, билдәле шәхестәрҙең автор тураһында уй-фекерҙәре менән таныша алаһығыҙ. Күргәҙмәне архивтан алынған фотоһүрәттәр, күренекле рәссамдәрҙең, скульпторҙарҙың эштәре биҙәй.

Аҡмулла тыуған көнөндә генә түгел, ә һәр ваҡыт беҙҙе үҙенең янына туплай, аҡыллы шиғри һүҙе менән милләтебеҙҙе берләштереп йәшәй.

«АКМУЛЛА»: https://youtu.be/HHttVJKeaIs.

Возврат к списку