Китапханала – яңы виртуаль күргәҙмә

https://www.traditionrolex.com/46

Китапханала – яңы виртуаль күргәҙмә 15.12.2021
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге үҙенең уҡыусылары ҡарамағына күренекле шағирә, тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙына 80 йәш тулыу айҡанлы виртуаль күргәҙмә әҙерләне.

Шағирә Әнисә Таһирова – береһенән-береһе сағыуыраҡ, тәрән хискә ҡоролған ике тиҫтәгә яҡын китап авторы. Ул башҡорт поэзияһында тәүгеләрҙән булып М.Хәй мөрәжәғәт иткән сонет жанрында уңышлы ижад итә. Шағирә поэмалар, элегиялар ҙа тыуҙырҙы, шулай уҡ тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эшләй.

«Йөрәк йәдкәре» китабына ингән Анна Ахматова, Марина Цветаева шиғырҙарының бар тулылығында, хистәргә хилаф ителмәгән тәржемәләре уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителә.

Күргәҙмәлә урын алған «Ҡоралай», «Аҡсарлағым минең», «Барһын һиңә яҡты уйҙарым», «Мөғжизәгә килә ышанғым» һ.б., балалар өсөн яҙылған Йыландар хакимәһе Аҡһылыу», «Шәпәй менән Шайтан», «Алтын мөгөҙлө болан», «Ҡыңғырау сәскә ниңә сыңлай?» китаптарын уҡыусылар бик яратып уҡый.

Шулай уҡ күргәҙмәлә Әнисә Таһированың ижадына арналған ҡәләмдәштәр фекере, ғаилә архивынан фотолар бирелә.

Видеовыставка: https://youtu.be/1GWSCmFLCUg.

Виртуальная выставка: http://vistavki.bashnl.ru/index.php/nggallery/virtualnye-vystavki/bashkort-sha-ir-e-nis-ta-irova-a-8....





Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46