Заман һулышын, заңын тойоп

https://www.traditionrolex.com/46

Заман һулышын, заңын тойоп 01.09.2021
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сатира һәм юмор оҫтаһы Нажиә Игеҙйәноваға 1 сентябрҙә 75 йәш тула.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың «Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү» бүлеге яҙыусының ижадына арнап «Заман һулышын, заңын тойоп» исемле виртуаль видиокүргәҙмәһен әҙерләне.

Бөгөнгө көндә Нажиә Заһир ҡыҙы – 12 китап авторы. Әҙибә сатира һәм юмор жанрында күп эшләй, етди хикәйәләр һәм повестар, балалар өсөн хикәйәләр, әкиәттәр, пьесалар ижад итә. Күберәк яҙыусы ҡатын-ҡыҙ образына мөрәжәғәт итә. Хикәйәләренең геройҙары ғибрәтле яҙмыштар, ҡырҡыу ваҡиғалар аша тормошсан һүрәтләнә.

«Таныш булайыҡ», «Еҫле һабын», «Көндәш», «Тәҡдир», «Йәшәп ҡалырға кәрәк», «Алтын сылбыр», «Һуңғы осрашыу», балалар өсөн яҙылған «Исемем матур икән», «Яҡты хыял», «Һандуғас моңо» исемле әҫәрҙәрен уҡыусыларыбыҙ үҙ итеп, яҡын күреп, ихлас ҡабул итә.

Һәм бына ошо ижади байлыҡты беҙ һеҙгә бөгөн үҙебеҙҙең видиокүргәҙмәлә тәҡдим итәбеҙ.

Презентация бер-нисә өлөштән тора. Тәүҙә яҙыусының ҡыҫҡаса тормош һәм ижад юлы яҡтыртыла. Киләһе слайдтарҙа әҙибәнең әҫәрҙәре, балалар өсөн яҙылған китаптары айырым, хронологик рәүештә урынлашҡан. Ваҡытлыса матбуғаттағы баҫмалары күргәҙмәнең һуңғы биттәрендә тәҡдим ителә. Һәр бер баҫмаға библиографик яҙма бирелә.

Шулай уҡ виртуаль күргәҙмәлә һеҙ яҙыусының тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, билдәле шәхестәрҙең автор тураһында уй-фекерҙәре, ҡәләмдәштәренең иҫтәлектәре менән таныша алаһығыҙ. Күргәҙмәне ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәр биҙәй: https://youtu.be/8oZWwN09Yng.


Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46