«Керпе» һәм «Пионер» баҫмалары – СССР-ҙа алып барылған милли сәйәсәт емеше

https://www.traditionrolex.com/46

«Керпе» һәм «Пионер» баҫмалары – СССР-ҙа алып барылған милли сәйәсәт емеше 17.07.2021
«Аманат» журналының тарихы тураһындағы мәҡәләләр серияһын дауам итәбеҙ. Журналдың февраль һанында 1929 йылда Башҡортостанда сыҡҡан “Керпе” исемле тәүге айлыҡ балалар баҫмаһының (“Пионер” һәм “Аманат” журналдарының башы) Ленинградта баҫылған «Ёж» журналы менән бәйле булыуын яҙған инек. Баҫманың март айына бағышланған һанында һүҙ “Керпе”нең программаһы (маҡсаттары, рубрикалары) тураһында барҙы, журналдың йөкмәткеһендә Башҡортостандағы пионерҙар ойошмаһы эшмәкәрлегенең дә ярайһы уҡ яҡшы сағылыуын асыҡланыҡ. “Аманат”тың  апрель һанында “Керпе” журналы менән хеҙмәттәшлек иткән, балалар өсөн әҫәрҙәрен баҫтырған яҙыусылар менән, журналдың мөхәррире тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырҙыҡ. Ә хәҙер инде китапхана уҡыусыларын “Аманат” журналының май айы һанында сыҡҡан материал менән таныштырып үтмәксебеҙ.

“Керпе” 1930 йылдың ғинуарынан башлап “Пионер” исеме менән сыға башлай. Редакция тәүге һанда уҡ «Башнаркомпрос һәм Өлкә пионерҙар бюроһы тарафынан айға бер тапҡыр сығарыла торған сәйәси, ижтимағи ялпы балалар, пионерҙар журналы» тип үҙ аудиторияһының мәктәп уҡыусылары һәм пионерҙар булыуын билдәләй. “Керпе”нән айырмалы рәүештә, “Пионер”ҙың идеологик йүнәлештә эшләйәсәге тураһында “Эшсәндәр эше өсөн көрәшкә әҙер бул!” лозунгыһы ла һөйләй. Ысынлап та, яңы исем менән сыға башлаған журналдың ижтимағи-сәйәси характерҙа булыуы йөкмәткеһенән дә ап-асыҡ күренә. Март һанында “Пионер”ҙың редколлегияһы 7 ай элек Бөтә Союз пионерҙар слётының үтеүен хәтерләтеп РКСМ Үҙәк комитетының ҡабул иткән ҡарарҙарын шулай тип асыҡлай: “1) Һәр бер партячейка пионер отрядтарының эшенә булышыу өсөн үҙенән айырым кешеләр билдәләргә тейеш; 2) Комсомол яҡындағы айҙарҙа вожатыйҙар составын яңынан ҡарап сығып, үҙ сафынан 50 мең актив комсомолды мобилизовать итергә һәм уларҙы ҡыҫҡа сроклы курстар аша үткәрергә тейеш; 3) Һәр комсомол ячейкаһы иң кәмендә бер отряд төҙөү бурысын йөкләп, ошо бурысты үтәүҙә төбәк ярыштары асырға ҡушырға; 4) Балалар үҙҙәрен етәкселек эшенә нығыраҡ тартыу өсөн пионер кавалерияһы, бала инструкторҙар төҙөү кеүек яңы эш формаларына кереп, эште балалар өсөн күңелле, ҡыҙыҡлы итеп ҡуйырға; 5) Балаларҙы пионер ойошмаһына тартыу өсөн киң күләмдә кампания уҙғарырға”.    

“Керпе”лә редакторҙың кем икәнлеге яҙылмаһа ла, был вазифаны шағир һәм комсомол етәксеһе М.Хәйҙең башҡарғанлығын яҙған инек. “Пионер” журналында иһә, һуңғы биттә М.Хәйҙең яуаплы редактор икәнлеге күрһәтелгән. Яҙыусылар араһында яңы исемдәрҙән Сәғит Ағишты күрәбеҙ.

“Пионер”ҙың тиражы 2500 дана булыуы, журнал менән хеҙмәттәшлек иткән деткорҙарҙың (бала хәбәрселәрҙең) хәбәрҙәренә ҡарағанда, баҫманың Башҡортостандың төрлө төбәктәренә таралыуын һөйләй. Мәҫәлән, «Беҙҙең Хөсәйен һәм Үткәл ауылдарында мәктәп юҡ. Апа әйтә наҙан ҡалаһығыҙ инде, наҙан кешеләр насар булалар бит улар тей, ниңә улай булғас беҙгә мәктәп асмайҙар икән?» - тигән ялыуҙы Ҡ.Мохтаров исемле уҡыусы Тамъян-Ҡатай кантонынан ебәргән.

Ауылдарҙағы хужалыҡтарҙы коллективлаштырыу эшенә партия һәм комсомол ағзаларынан тыш пионерҙарҙың да әүҙем ҡушылыуы кәрәклеге “Пионер”ҙың һәр номерында тейерлек һыҙыҡ өҫтөнә алына. «Баҡсасылыҡ, ҡошсолоҡ, хайуансылыҡ эшенә бала коллективтарын йәлеп итергә», «һәр отрядҡа 2 тонна көл йыйырға, 10 ағас ултыртырға», «һәр пионерға отрядҡа яңы бала ылыҡтырырға, 20 кило ташландыҡ йыйнарға, 10 йомран, 15 сысҡан үлтерергә» тигән юлдар табырҙар уҡыусылар был журнал һандарында. “Пионер активын батрак, эшсе, ярлылар, колхозник балалары хисабына үҫтерергә. Пионер активы араһында (күп кенә отрядтарҙа) служащий балалары күп булыуын насар күренеш һанарға... Яңы һайлауҙарҙа бер ниндәй «семьялыҡ»ҡа урын юҡ”, - тигән сатырҙар журналдың бер пропаганда ҡоралы булараҡ синфи көрәштең эсендә, хатта уртаһында булыуын күрһәтә.

“Пионер” төҙөлөшө һәм йөкмәткеһе яғынан “Керпе”нән ныҡ айырылмай: балалар өсөн шиғыр-хикәйәләр, башватҡыс уйындар, үҙ ҡулың менән техника ҡорамалдырн эшләү схема һәм инструкциялар баҫылыуын дауам итә. Ә бына идеологик маҡсаттағы материалдарҙың күбәйеүе, юлбашсылар Ленин һәм Сталиндың, башҡа ил етәкселәренең фигураһы менән бәйле һүрәттәрҙең, рәсми хәбәрҙәрҙең артыуы, сит илдәге балаларҙың ауыр хәлен һүрәтләүгә күп урын бирелеүе - “Пионер”ҙы “Керпе”нән айырып тороусы төп сифат.

Илдәге сәнәғәтләшеү ҙә “Пионер” журналында яҡшы сағыла. Төркөстан-Себер тимер юлының төҙөлөүе, Кузбасс күмер-металлургия базаһының, яңы трактор заводтарының асылыуы тураһындағы хәбәрҙәрҙе лә баҫмала осратабыҙ.

1931 йылдың октябрынан башлап “Пионер” журнал-дәреслек булып сыға башлай һәм тышлыҡтың эске битендә “беренсе баҫҡыс мәктәптәрҙең III, IV төркөмдәре өсөн” тейелә. Журнал-дәреслектең яуаплы редакторы булараҡ, Башҡортостандың буласаҡ халыҡ яҙыусыһы Зәйнәп Бейешева күрһәтелгән. Баҫмала мөхәррир үҙе лә күп кенә материалдарын (күберәген рәсми, әҙәби булмаған) Z.B. псевдонимы менән күрһәткән.

Журнал-дәреслек форматында сыҡҡан “Пионер” алдағыларҙан, бигерәк тә “Керпе”нән, ныҡ айырыла. Балалар өсөн әҙәби-тәрбиәүи маҡсатлы, юморлы, күңел асҡыслы әҫәрҙәр ҡырҡа кәмейҙәр. Уларҙы сәнәғәтләшеү һәм коллектив хужалыҡтар төҙөү менән бәйле ҡаҙаныштар, скауттарға (капиталистик илдәрҙәге балалар хәрәкәте ағзалары) ҡаршы көрәш менән бәйле материалдар ҡыҫырыҡлап сығара.  

“Керпе”нең башта “Пионер” мәктәп-пионер журналы, унан журнал-дәреслеккә әүерелеп китеүенең төп сәбәптәренең береһе тотош ил кимәлендә барған “культура революцияһы”ның республикабыҙҙағы эҙемтәләре ул. Был бер яҡтан ысынлап шулай. Наҙанлыҡты бөтөрөү процессы СССР-ҙа төрки халыҡтарҙың яҙма телен Яңалифҡа күсереү менән бергә бара, мәғариф системаһында уҡыу-уҡытыу эше менән бер рәттән китап һәм ваҡытлы матбуғатты баҫтырыу эше лә латин графикаһында алып барыла башлай.

Большевиктар партияһының контроле комсомол һәм пионерҙар ойошмаһы аша йәштәр, үҫмерҙәр һәм балалар эсенә үтеп инә. Пионер ойошмаһының эшмәкәрлеге мәктәп принципына күсерелә: класстар – отряд, мәктәптәр – пионер дружинаһы булып китә.  Милли мәктәптәр өсөн дәреслектәр булмау сәбәпле, булғандары ла иҫке (ғәрәп) графикаһында, күберәген дини эстәлектә булыуы сәбәпле (“культура революцияһы”ның маҡсаттарының береһе дингә ҡаршы көрәш), “Пионер”ҙың журнал-дәреслеккә әйләнеп китеүенә сәбәпсе була.

Икенсе яҡтан, “Керпе” һәм “Пионер” баҫмалары, һис шикһеҙ, - СССР-ҙа алып барылған милли сәйәсәттең емеше.

Бер йыл ғына сығыуына ҡарамаҫтан, “Керпе”нең, айырыуса 1930 йылдан алып 1991 йылға тиклем сыҡҡан “Пионер” журналының башҡорт матбуғаты һәм мәҙәниәте (әҙәбиәт, яҙма тел, әҙәби тел тарихы, мәғариф системаһы тарихы) өсөн дә әһәмиәте ифрат ҙур, хатта, баһалап бөткөһөҙ.

Фотогалерея: http://www.bashnl.ru/proekty/fotogalereya/?PAGE_NAME=section&SECTION_ID=694.

Илдар КИРӘЕВ,
Башҡортостан Республикаһының
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
Милли китапханаһының
ваҡытлы матбуғат бүлеге мөдире

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46