Уның сере ябай

https://www.traditionrolex.com/46

Уның сере ябай 25.05.2021
Башҡорт әҙәбиәте һәм туған яҡты өйрәнеү бүлеге яҙыусы, драматург Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөкәрәмә Садыҡоваға 90 йәш тулыу уңайынан виртуаль китап күргәҙмәһен әҙерләне.

Яҙыусының ижадын уҡыусы үҙ итеп, яҡын күреп, ихлас ҡабул итә. Бының сере ябай – ул тормоштоң китаптағы образы түгел, ә үҙен, уның ысын йөҙөн, ауырлыҡтарын һәм шатлыҡтарын танып белгән кеше.

Буласаҡ яҙыусыбыҙҙың беренсе шиғырҙары һәм хикәйәләре 1951 йылда матбуғат биттәрендә баҫыла башлай. Бер-бер артлы ун алты китабы донъя күрә.

Китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм туған яҡты өйрәнеү бүлегендә яҙыусының ҡәҙерләп һаҡланған әҙәби мираҫы уның күп яҡлы талант эйәһе булыуын иҫбатлай.

Һәм бына ошо байлыҡты беҙ һеҙгә үҙебеҙҙең күргәҙмәлә тәҡдим итәбеҙ. Повестары, хикәйәләре, пьесалары, балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәре – “Алтынтауҙағы ант” (1975), “Сәмреғош ҡанат ҡаға” (1979), “Үрҙәргә артылғанда” (1981), “Бәхет эҙләгәндә”, “Ерәнсәс”, “Һауалағы торна” , “Тәүге табыштар” (1969), “Юлай уҡырға өйрәнә” (1984), “Ҡотлау хаты” (1987) һәм башҡа китаптарында тупланған. Был китаптар барыһы ла беҙҙең виртуаль күргәҙмәлә үҙ урынын тапҡан.

Авторҙың күп әҫәрҙәренең үҙәгендә – үҙенең күңел кисерештәре менән бәхеткә ынтылған ҡатын-ҡыҙ образы. Балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә Мөкәрәмә Садиҡова кескәйҙәрҙең үҙҙәрен уратып алған донъя менән танышыуҙарын, өлкәндәргә ярҙам итергә, ниндәй ҙә булһа бер файҙалы эште, һөнәрҙе үҙ аллы өйрәнергә ынтылыштарын сағылдыра. Яҙыусының әҫәрҙәре рус, белорус, ҡырғыҙ, төрөк телдәренә тәржемә ителә.

Презентация бер-нисә өлөштән тора. Тәүҙә яҙыусының ҡыҫҡаса тормош һәм ижад юлы яҡтыртыла. Киләһе слайдтарҙа яҙыусының әҫәрҙәре, пьесалары һәм балалар өсөн яҙылған китаптары айырым, хронологик рәүештә урынлаштырылған. Ваҡытлыса матбуғаттағы баҫмалары күргәҙмәнең һуңғы биттәрендә тәҡдим ителә. Һәр бер баҫмаға библиографик яҙма бирелә.

Шулай уҡ виртуаль күргәҙмәлә һеҙ яҙыусының тормошондағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, ҡәләмдәштәренең уның ижадына ҡағылышлы иҫтәлектәр менән таныша алаһығыҙ. Күргәҙмәне ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәр биҙәй.

Биографик белешмә: Мөкәрәмә Садыҡова 1931 йылдың 25 майында Бәләбәй районы Йәрмәкәй ауылында тыуа. Ул бәләкәй сағында уҡ ата-әсәһеҙ йәтим ҡалып Бәләбәйҙәге, унан Өфөләге балалар йортонда тәрбиәләнә.
Мөкәрәмә Хафиз ҡыҙы Башҡорт Дәүләт театр училищеһында, М. Горкий исемендәге әҙәбиәт институтында уҡып белем ала .
Башҡортостан радиокомитетында диктор, ”Башҡортостан пионеры” гәзитендә бүлек мөдире булып эшләй.
1969-1973 йылдарҙа яҙыусылар берлегендә әҙәбиәтте пропагандалау бүлеген етәкләй.
1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). Бәләбәй районының Фәтих Кәрим исемендәге премияһы лауреаты (2011).

Выставка: http://vistavki.bashnl.ru/index.php/nggallery/virtualnye-vystavki/k-90-letiju-so-dnya-rozhdeniya-pisatelnicy-m-h-sadykovoj.

Возврат к списку

https://www.traditionrolex.com/46